Непал теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Непа́льский язык (नेपाली, непа́ли) — Непалдың дәүләт һәм иң киң таралған теле, бында уны тыуған телгә һанап халыҡтың 44,6 % һөйләшә (11,8 млн. кеше).
Непал теле | |
непал नेपाली | |
Дәүләт |
Непал[1] Һиндостан[2] Бутан[3] Мьянма |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Непальцы[d] |
Тел төрҙәре | SOV[d], ижекле тел[d] һәм флектив тел[d] |
Имеет грамматический род | мужской род[d] һәм женский род[d] |
Яҙыу | Деванагари |
Телде көйләүсе | Nepal Academy[d] |
Телдә һөйләшеүселәр | 15 800 000 кеше (2019)[4] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 1 Милли[d] |
Викимедиа проекттарында тел коды | ne |
Непал теле Викимилектә |
Непал теле хинди теле менән тығыҙ бәйләнгән. Непали, индоевропа телдәренең индоарий тармағының, пахари (pahārī «горные») төркөмсәһенө инә.
Непалда (2011 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса 11 826 953 тел йөрөтөүсе яҙылды[5]), шулай уҡ Бутанда һәм Һиндостанда Непалдан килгән иммигранттар араһында — Көнбайыш Бенгал, Биһар һәм Ассам штаттарында таралған. Һиндостандың Сикким штатында һәм Көнбайыш Бенгал штатының Дарджилинг округында официаль статусы бар[6].
Невар (непал-бхаса) теле менән бутарға кәрәкмәйНепаланың баш ҡалаһы Катмандуның баштағы теле, улар тибет-бирман телдәренә ҡарай. Непал теле үҙ исемен гурктар Катманду ҡалаһына күскәндән һуң ала.
Непали, Непалдың төрлө этник төркөмдәрен бәйләгән дәүләт теле булһа ла, илдә тағы күп төрлө һөйләшеү телдәрендә бар. Мәҫәлән, Катманду үҙәнендәге неварҙар невари телендә һөйләшәләр. Шулай уҡ тамангтар, шерптар, раидар, лимблар, магардар, гурунгтар һәм башҡа төркөмдәр үҙ телдәрендә һөйләшәләр. Һиндостан сигендә тераяларҙа хиндила һәм майтхилия телдәрендә һөйләшәләр —был регионда тағы бер һинди теле.
Непали деванагари яҙыуы менән файҙалана (һинди яҙыуы); боронғо заманда яҙыуҙың үҙ системаһы ҡулланылған — бхуджимол яҙыуы. Беренсе яҙыу һәйкәле — 1337 йыл. Әҙәби тел XIX быуат башында үҙәк диалект нигеҙендә үҫешә.