Мәрйәм Инә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәрйәм Инә, Мәрйәм — Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе, Исламда исеме иң йыш телгә алынған, хөрмәт ителгән мөслимәләрҙең береһе. Уның хөрмәтенә Ҡөрьән Кәримдә 19-сы сүрә «Мәрйәм» сүрәһе тип аталған. Шулай уҡ ул Ҡөрьәндә исемләп аталған берҙән-бер ҡатын. Был сүрәлә Ғайса Пәйғәмбәрҙең донъяға килеүе һәм уның әсәһе Мәрйәм хаҡында бәйән ителә.[1]
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡөрьәндә Ғайса Пәйғәмбәрҙең Аллаһ тәғәләнең бойороғо буйынса ғиффәтле ҡыҙҙан донъяға килеүе һүрәтләнә. Ғиффәтле Мәрйәмде ырыуҙаштарының аҙғынлыҡта һәм гөнаһ ҡылыуҙа ғәйепләүҙәре һәм Ғайса Пәйғәмбәрҙе һәләк итергә маташыуҙары өсөн Аллаһ уларға ҡаты яза бирә: "Ғайса ғәләйһиссәләмде инҡар итеүҙәре, кафыр булыуҙары һәм хәҙрәти Мәрйәм хаҡында олуғ булыусы боһтанәйтеүҙәре, йәғни, зина ҡылды, тиеүҙәре сәбәпле, уларға ғазап ебәрәбеҙ. …Йәнә уларҙың:"Дөрөҫлөктә, беҙ Мәсихте — Аллаһы тәғәләнең рәсүле булыусы Мәрйәм улы Ғайсаны үлтерҙек", — тип әйтеүҙәре сәбәпле ғазап бирербеҙ (Коран 4:156-157, «Ҡатындар» сүрәһе, Мөхәммәт Иманҡолый Ҡазани тәржемәһе).
Мәрйәм Инә һәм Ғайса Пәйғәмбәр мосолмандар тарафынан бик ололоҡлана, мәгәр Исламда улар илаһилаштырылмай.