Металдар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Металдар (от лат. metallum — шахта, рудник) — йылы һәм электр үткәреүсәнлек, ыңғай температура ҡаршылығы, юғары һығылмалылыҡ, сүкелеүсәнлек һәм металл ялтарыуығы кеүек металдарға хас үҙенсәлектәре булған ябай матдә хәлендәге элементтар төркөмө.
Әлегә ваҡытта билдәле булған 118 элементтың (барыһы ла рәсми танылмаған) металдарға ингәндәре:
Һелтеле металдар төркөмөндә 6 лемент: Li, Na, K, Rb, De, Fr
Һелтеле ер металдары төркөмөндә 4: Ca, Sr, Ba, Ra
шулай уҡ билдәләнгән төркөмдәрҙән ситтә бериллий һәм магний.
күсмә элементтәр төркөмөндә:
— Sc, Ti, V, Cr, Mn, Fe, Co, Ni, Cu, Zn; — Y, Zr, Nb, Mo, Tc, Ru, Rh, Pd, Ag, Cd; — La, Hf, Ta, W, Re, Os, Ir, Pt, Au, Hg;
еңел металдар төркөмөндә 7: Al, En, In, Sn, Tl, Pb, Bi
ярым металдар төркөмөндә[1] 7: В, Si, Ge, As, Sb, Te, Po
лантаноидтар төркөмөндә + лантан (La) 7: Ce, Pr, Nd, Pm, Sm, Eu, Gd, Tb, Dy, Ho, Er, Tm, Yb, Lu
актиноидтар төркөмөндә (барлыҡ элементтарҙың да физик үҙенсәлектәре өйрәнелмәгән) + актиник (Ac) 14: Th, Pa, U, Np, Pu, Am, Cm, Bk, Cf, Es, Fm, Md, No, Lr.
Шулай итеп, 94 элемент металл тип иҫәпләнә, ҡалғандары неметалл.
Астрофизикала «металл» башҡа мәғәнәгә эйә, был термин гелийҙан ауырырыҡ булған бөтә элементтарҙы аңлата.
Бынан тыш, физикала үткәргес металдар ярымүкәргес һәм эиэлектриктар менән сағыштырыла.