Маленков Георгий Максимилианович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Георгий Максимилианович Маленков (6 декабрь 1901 йыл[6] — 14 ғинуар 1988 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1953—1955 йылдарҙа СССР-ҙың Министрҙар Советы Рәйесе. И. В. Сталиндың фекерҙәше. «Партияға ҡаршы» тип исемләнгән төркөм ағзаһы.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға
КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1957), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1941—1946), Үҙәк Комитет Политбюроһы (Президиум) ағзаһы (1946—1957), ВКП(б)-ның Ойоштороу комитеты ағзаһы (1939—1952), Үҙәк Комитет секретары (1939—1946, 1948—1953), СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1938—1958). Оборона сәнәғәтенең иң мөһим тармаҡтары өсөн яуаплы була, шул иҫәптән термоядролы бомбаны һәм донъялағы тәүге АЭС-ты булдырыу өсөн. 1953 йылдың март-сентябрь айҙарында Совет дәүләте етәксеһе.