Либерия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Либерия (инг. Liberia, [laɪˈbɪəɹɪə]), рәсми исеме - Либерия Республикаһы (инг. Republic of Liberia) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Көнбайышта Сьерра-Леоне, төньяҡта Гвинея, көнсығышта Кот-д’Ивуар менән сиктәш. Баш ҡалаһы Монровия.
| |||||
Девиз: «The love of liberty brought us here. (Азатлыҡҡа һөйөү беҙҙе бында алып килде.)» | |||||
Гимн: «All Hail, Liberia Hail» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 26 июль 1847 ( АҠШтан) | ||||
Рәсми тел | Инглиз | ||||
Баш ҡала | Монровия | ||||
Эре ҡалалар | Монровия | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент
Вице-президент | Элен Джонсон-Серлиф
Джозеф Бокай | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 103 111 369 км² 1% | ||||
Халыҡ • Һаны (июл-08) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲3 489 072 чел. (132) 29 чел./км² | ||||
ИЧР | ▲ 0.442 (түбән) (169 урын) | ||||
Валюта | Либерия доллары (LRD) | ||||
Интернет-домен | .lr | ||||
Код ISO | LR | ||||
МОК коды | LBR | ||||
Телефон коды | +231 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0 |
Рәсми тел — инглиз. Аҡса берәмеге — либерия доллары[1].
Ил 1980 йылдың 12 апрелендә дәүләт түңкәрелешен, сержант Сэмюэль Доуҙың 1980-1989 йылдарҙағы хәрби диктатураһы осорон кисерә һәм был осорҙан һуң ике граждандар һуғышы була: 1989-1996 һәм 1999-2003 йылдарҙа, улар тиҫтәләрсә мең кешенең ғүмерен алып китә һәм ил иҡтисадына катастрофик йоғонто яһай.
Либерия Көнбайыш Африканың иң ярлы иле һәм был күрһәткес буйынса донъяла өсөнсө урында. Бынан тыш, Либерияла эшһеҙлек кимәле халыҡтың 85% тәшкил итә. Бындай эшһеҙлек кимәле донъяла иң юғарыларҙың береһе булып тора.[2]