Латыш уҡсылары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Латыш уҡсылары (рус. Латы́шские стрелки́, латыш. Latviešu strēlnieki) — 1915 йылда Лифляндия, Курляндия һәм Витебск губерналары халҡынан Беренсе донъя һуғышы ваҡытында рус армияһында ойошторолған бер нисә уҡсылар частарының шәхси составы.
Латыш уҡсылары | |
Нигеҙләү датаһы | ноябрь 1920 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рижская операция[d], Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Октябрь революцияһы, Восстание левых эсеров[d], Ярославское восстание[d], Ҡазан операцияһы, Борьба за независимость Латвии[d], Поход на Москву[d], Наступление Северо-Западной армии осенью 1919 года[d], Бои на Каховском плацдарме (1920)[d] һәм Перекопско-Чонгарская операция[d] |
Дәүләт |
Рәсәй Совет Рәсәйе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Латыш уҡсылары Викимилектә |
1916 йылда уларҙан Латыш уҡсылар дивизияһы ойошторолған. Һигеҙ латыш уҡсылар полкында 40 мең самаһы кеше хеҙмәт иткән[1]. Команда теле — латышса. Уҡсылар араһында грамоталылыҡ 98 % була.
Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында, латыш полктарының күбеһе большевиктарҙы хуплаған, һәм 1918 йылдың 13 апрелендә Ҡыҙыл армияла тәүге даими берләшмәләрҙең береһенә әйләнгән совет латыш уҡсылар дивизияһы ойошторола.
1918 йылдың көҙөндә дивизияла 24 меңгә яҡын кеше була һәм РСФСР Ҡораллы көстәрендә иң ҙур милли формирование булып тора. Латыш уҡсылары большевиктар яғында бик яҡшы ойошҡан хәрби көс булараҡ файҙаланыла: уларҙың полктары Граждандар һуғышының бөтә фронты буйлап киң ҡулланылған.
Латыш уҡсылары ҡаты дисциплинаһы менән айырылып тора, бер нисә ҡалала большевиктарға ҡаршы ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн ебәрелә (Ярославль, Муром, Рыбинск, Калуга, Медынь[2], Һарытау, Новгородт һ. б.)[3]. Уҡсылар Финляндиялағы граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан[4]. Латыш уҡсыларының күбеһе Ҡыҙыл армияла һәм совет власть органдарында ҙур етәксе вазифаларға өлгәшә. Атап әйткәндә, РСФСР-ҙың беренсе баш командующийы И. Вацетис, ә ГУЛАГ-тың беренсе начальнигы — элекке латыш уҡсыһы Ф. Эйхманс була.
Латыш уҡсыларының икенсе өлөшө 1918 йылдан аҡтар хәрәкәте яғында була (Троицк батальоны, Имант полкы).