Көнсығыш Европа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнсығыш Европа тар мәғәнәлә — география буйынса үҙәк һәм төньяҡ-көнсығыш Европа, башлыса славян халыҡтары йәшәгән урын, Европаның 2/3 өлөшөн алып тора. Термин тотороҡло түгел, бик үҙгәреүсән ; Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы документында билдәләнгәнсә, «фән өлкәләре күп булған кеүек Көнсығыш Европа билдәләмәләре лә күп» һәм "һәр киңлекте баһалау— ысынбарлыҡта мәҙәни һәм социаль конструкция ".
Көнсығыш Европа —Үҙәк Европа һәм Көнбайыш Азия араһындағы өлкә. Византия һәм Ғосман империяһының көслө йоғонтоһо аҫтында формалаша. Шулай итеп, Эллин, Рим һәм Византия империяһы мәҙәниәтенең Көнсығыш Европа илдәре мәҙәниәтенә йоғонтоһон тарихсылар инҡар итмәй. Шуға күрә хатта Көнбайыш Европалағы конониаль осорҙа ла Англия һәм Францияла ысын мәғәнәһендәге империялар тип Эльбанан көнсығыштараҡ ятҡан Рәсәй, Германия һәм Австрия ғына иҫәпләнгән. Көнсығыш империялары Көнбайыш цивилизацияһына ҡаршы ҡуйылған.
Башҡа билдәләмә Һалҡын һуғыш ваҡытында булдырыла һәм Көнсығыш блогы тигән төшөнсәгә синоним итеп ҡулланылған. Был билдәләмә буйынса Европалағы бөтә элекке социалистик дәүләттәр — Көнсығыш Европа. Ҡайһы берҙә был илдәрҙе Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә бүлеп йөрөтәләр, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа һәм башҡа ҡаһы бер төбәктәрҙе иҫәпкә алмайҙар. Был осраҡта Варшава килешеүе буйынса Көнсығыш Европаға элекке Югославия, Албания һәм Греция инмәй, әммә хәҙерге берләшкән Германия , Австрия һәм Скандинавия уларҙың сәйәси үткәнен иҫәпкә алып, Көнбайыш Европа биләмәһе тип һанала.[2]
Хәйер, Көнсығыш Европа тотош Көньяҡ, Көнбайыш һәм Төньяҡ Европа биләмәләренән ҙурыраҡ , бындағы 2016 йылда 5 млн км² территорияла Европа халҡының 34 % йәшәй.[3]