Курд теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Курд теле (زمانێ كوردی, Kurdî Zimanê, Кӧрди Зыман) — курд халҡының туған теле. Һинд-европа тел ғаиләһенә ҡараған Иран телдәре төркөмөнең төньяҡ-көнбайыш төркөмсәһенә ҡарай. Рәсми рәүештә танылыу алмаған, ни бары Курдистан тип атап йөрөтөлгән төбәктәрҙә генә таралыш тапҡан. Фонетикаһында һәм тамыр составы яғынан айырмалыҡтар әллә ни ҙур түгел, шулай ҙа морфологияла күҙгә күренерлек айырма бар, шуға күрә был тел төркөмөнә ҡарағандар араһында бер-береһен аңлау мөмкинлеге тулыһынса юғалған. Сөнки улар төрлө диалекттарҙа аралаша һәм һәр ҡайһыһының үҙ алфавиты бар. Был Урта быуаттарҙа иран телдәренең күпселеген үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар ителеүе менән бәйле. Әлеге көндә курд телендә 20 миллион кеше һөйләшә. Хәҙерге ваҡытта «курд телдәре» тигәндә, йышыраҡ дүрт телде күҙ уңында тоталар:
- курманджи йәки төньяҡ курд (Төркиә, Сүриә, Ираҡ, Иран, элекке СССР республикалары, АҠШ һәм Европа илдәре);
- сорани йәки үҙәк курд (Көнсығыш Ираҡ, Иран);
- көньяҡ курд теле;
- лаки
курд | |
Таксон |
подгруппа |
---|---|
Ареал |
Төркиә — 15 млн, Иран — 7,6 млн, Ираҡ — 6,3 млн, Сүриә — 1 млн һәм башҡалар[1][2][3][4] |
Телде белеүселәр һаны |
13—20 млн[5] |
Классификация | |
Категория | |
Һинд-Европа телдәре
| |
Состав | |
Курманджи, Сорани, Көньяҡ курд теле, Лаки | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |