Канберра
From Wikipedia, the free encyclopedia
Канбе́рра[2] (ингл. Canberra, [ˈkænbᵊrə] йәки [ˈkænbɛrə] тип әйтелә[3]) — Австралияның баш ҡалаһы, илдең иң эре эске ҡалаһы. Канберра халҡы 431 826 кеше (2021) тәшкил итә, ә юлдаш ҡалаһы Куинбиан менән Канберра - Куинбиан ҡала агломерацияһы булараҡ халыҡ һаны 462 213 кешегә етә (2021)[4]. Ҡала шулай уҡ Австралияның баш ҡалаһы биләмәһенең (уға ҙур булмаған ауыл хужалығы зонаһы һәм Намаджи милли паркы керә) административ үҙәге булып тора. Канберранан төньяҡ-көнсығышҡа табан 250 саҡрым алыҫлыҡта Сидней, көньяҡ-көнбайышҡа табан 450 саҡрым алыҫлыҡта Мельбурн урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Канберра ингл. Canberra | |||||
| |||||
Ил |
АвстралияАвстралия | ||||
---|---|---|---|---|---|
Статус |
баш ҡала | ||||
Территория |
Австралия баш ҡала территорияһы | ||||
Координаталар | |||||
Баш министр |
Кэтти Галлахер | ||||
Нигеҙләнгән |
12 март 1913 йыл | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
814,2 км² | ||||
Бейеклеге |
578 м | ||||
Климат тибы |
субтропик муссонлы | ||||
Рәсми теле |
инглиз | ||||
Халҡы |
▲ 431 826[1] кеше (март 2021) | ||||
Тығыҙлығы |
530.37 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+10, йәйге UTC+11 | ||||
Телефон коды |
0251, 0252, 0261, 0262 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
act.gov.au (инг.) | ||||
1908 йылда хәҙерге Канберра биләмәһе Австралия Союзының буласаҡ баш ҡалаһы сифатында һайлана, был илдең ошо статус өсөн конкурентлыҡ иткән ике ҙур ҡалаһы — Сидней менән Мельбурн араһында компромисс була. 1913 йылда башлаған төҙөлөштөң нигеҙе өсөн иң яҡшы дизайнға халыҡ-ара конкурс үткәргәндән һуң, Чикаго ҡалаһынан архитекторҙар Уолтер Берли Гриффин һәм Мэрион Махони Гриффиндың планы алына. Канберраның дизайны тәбиғи үҫемлектәрҙең ҙур зоналарын күҙ уңында тотҡан баҡса-ҡаланың концепцияһына нигеҙләнгән, шул арҡала австралиялылар баш ҡаланы «bush capital» (инглиз теленән «ҡыуаҡлы баш ҡала» тип тәржемә ителә) тип атайҙар. Беренсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк депрессия ҡаланың үҫеүенә һәм үҫешенә ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, Икенсе донъя һуғышынан һуң Канберра сәскә атҡан ҡалаға әүерелә.
Канберра — Австралия хөкүмәте резиденцияһы, уның биләмәһендә Австралия парламенты, Юғары суд һәм бихисап министрлыҡтар, агентлыҡтар урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала Австралияның Милли галереяһы һәм Австралияның Милли музейы кеүек дәүләт тәғәйенләнешендәге ижтимағи һәм мәҙәни учреждениелар урынлашҡан. Федераль хөкүмәт ҡаланың тулайым продуктына ҙур өлөш индерә һәм Канберрала иң эре эш биреүсе булып тора.