Индонезия теле
австронезия телдәренең береһе, Индонезияның рәсми теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Индонезия теле ( индон. Bahasa Indonesia) — австронезия телдәренең береһе. Индонезиялағы рәсми тел ( 1945 йылдан) һәм милләт-ара аралашыу теле. Көнсығыш Тиморҙа эш теле статусына эйә.
Индонезия теле | |
индон. Bahasa Indonesia | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Indonesian |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Индонезия |
Дәүләт | Индонезия[1] |
Барлыҡҡа килгән | Индонезия |
Йоғонто яһаусы | Санскрит, кави[d], Старояванский язык[d], Ява теле, Old Sundanese[d], сунданский язык[d], минангкабау[d], Португал теле, инглизсә, хокло[d], хакка[d], чаошаньский язык[d], Нидерланд теле, Ғәрәп теле һәм фарсы теле |
Тел төрҙәре | SVO[d], агглютинатив телдәр, язык с нулевой маркировкой[d], существительное, потом прилагательное[d] һәм синтетик тел[d] |
Яҙыу | Латин алфавиты |
Телде көйләүсе | Agency for Language Development and Cultivation[d] |
Телдә һөйләшеүселәр |
198 996 550 кеше (2010)[2], 43 627 550 кеше (2010)[3] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 1 Милли[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | индология[d] |
Тасуирлау биттәре | afbo.info/languages/42 |
Викимедиа проекттарында тел коды | id |
Индонезия теле Викимилектә |
Көнкүреш аралашыуында уны 20 миллионға яҡын кеше ҡуллана. Телде теге йәки был кимәлдә белеүселәрҙең дөйөм һаны — яҡынса 200 млн.
Индонезия теле XX быуаттың беренсе яртыһында Һолланд Ост-Һиндостанында традиция буйынса был төбәктең лингва-франкаһы урынына ҡулланылған малай теленең әҙәби варианты булараҡ формалаша. «Индонезия теле» тигән атама 1928 йылда Йәштәр конгресында ҡабул ителә һәм яйлап «малай телен» ҡыҫырыҡлай.
Яҙмаһы латин алфавиты нигеҙендә.
Мәскәүҙә Рәсәй индонезия теле Мәскәү дәүләт университеты һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты|МГИМО эргәһендәге Азия һәм Африка илдәре институтында, Рәсәй Фәндәр Академияһының Көнсығышты өйрәнеү Институтында һәм Практик шәрҡиәт институтында, шулай уҡ Петербургта — Санкт-Петербург дәүләт университетының Көнсығыш факультетында, Рәсәй дәүләт гуманитар университетында, Ҡаҙан университеты эргәһендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында, Алыҫ Көнсығыш федераль университетының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында һәм Көнсығыш институтында өйрәнелә.
Индонезия теленең үҙатамаһы — индон. Bahasa Indonesia, әммә илдән ситтә уны ҡайһы берҙә бөтөнләй дөрөҫ булмаған «баhа́са», йәғни «тел» исеме менән йөрөтәләр.