Детройт
АҠШ-тың төньяғында, Мичиган штатындағы ҡала / From Wikipedia, the free encyclopedia
Детройт (ингл. Detroit [dɪˈtrɔɪt], франц. détroit [deˈtʀwa] — «боғаҙ» һүҙенән) — АҠШ-тың төньяғында, Мичиган штатындағы ҡала. Штаттың көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә, Канада сигендә урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Детройт ингл. Detroit | |||||
| |||||
Ил |
АҠШАҠШ | ||||
---|---|---|---|---|---|
Штат |
Мичиган | ||||
Округ |
Уэйн | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Майк Дагган (демократ) | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
370,2 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
1669,6 кеше/км² | ||||
Агломерация |
4 493 165 | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC-5, йәйге UTC-4 | ||||
Телефон коды | 313 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
detroitmi.gov (инг.) | ||||
Ҡушаматы |
Моторҙар ҡалаһы, Мотаун | ||||
Детройт — Детройт йылғаһының Бөйөк күлдәр системаһын Изге Лаврентий диңгеҙ юлы менән тоташтырған төп порты. Детройт һәм Канаданың Уинсор ҡалаһын тоташтырған Амбассадор күпере — Төньяҡ Американың төп сик аша үтеү юлы булып тора, ә Детройт аэропорты — АҠШ-ның төп аэропорттарының береһе.
Детройт АҠШ автомобиль үҙәге булараҡ киң билдәле, бында Американың иң эре өс автомобиль етештереү компанияһы — Дженерал Моторс, Форд, Крайслерҙың төп офистары урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта Детройт — Американың банкротҡа әйләнгән иң эре ҡалаһы.