Галлей кометаһы
сағыу ҡыҫҡа ваҡытта ваҡыт-ваҡыт ерҙән дә күреү мөмкин булған комета / From Wikipedia, the free encyclopedia
Галлей кометаһы (рәсми атамаһы 1P/Halley) — сағыу ҡыҫҡа ваҡытта ваҡыт-ваҡыт ерҙән дә күреү мөмкин булған комета, 75-76 йыл һайын Ҡояш янына ҡайта . Беренсе булып был кометаның билдәле бер эллиптик орбита буйынса әйләнеүе асыла һәм ваҡыт-ваҡыт Ҡояшҡа яҡынайыуы билдәләнә. Инглиз астрономы Эдмунд Галлейҙың исеме менән Галлей тип атала. Эта-Акварида һәм Ориониданың метеорҙар ағымдары ошо комета менән бәйле. Һәр быуатта тағы ла сағыуыраҡ, оҙайлы миҙгелле бик күп кометалар барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, Галлей кометаһы — ҡыҫҡа миҙгелле берҙән-бер комета, һәм уны ерҙән ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин. Ҡытайҙың һәм Вавилондың тарихи сығанаҡтарында теркәлгән боронғо күҙәтеүҙәрҙән башлап, кометаның кәмендә 30 тапҡыр Ҡояшҡа яҡынайыуын күҙәтеү мөмкин булған. Беҙҙең эраға тиклем 240 йылда тәүге тапҡыр Галлей кометаһын күҙәтеү теркәлгән[10]. Һуңғы тапҡыр комета, 1986 йылдың 9 февралендә һыуғояр йондоҙлоғонда перигелий аша үтә; 2061 йылдың 28 июлендә Галлей тағы ла Ҡояшҡа яҡынаясаҡ тип көтөлә, ә артабан — 2134 йылдың 27 мартында.
Галлей кометаһы | |
Масса | 220 тераграмм[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Эдмунд Галлей[2] |
Асыу датаһы | б. э. т. 466[3][4] |
Родительское тело | Ҡояш |
Апоцентр | 35,08231 астрономическая единица[5] һәм 35,28091967232 ± 1,9476E−8 астрономическая единица[6] |
Перицентр | 0,58598 астрономическая единица[5] һәм 0,574715797768 ± 1,3505E−7 астрономическая единица[6] |
Аргумент перицентра | 111,33249 °[5] һәм 112,25779200487 ± 2,0495E−5 °[6] |
Орбита эксцентриситеты | 0,96714[5] һәм 0,967942791127 ± 7,5272E−9[6] |
Наклонение орбиты | 162,26269 °[5] һәм 162,18787119083 ± 1,5081E−5 °[6] |
Орбитальный период | 75,31589 йыл[5] һәм 27 726,150049842 ± 2,2959E−5 тәүлек[6] |
Большая полуось орбиты | 17,8341 астрономическая единица[5] һәм 17,927817735044 ± 9,8968E−9 астрономическая единица[6] |
Долгота восходящего узла | 58,42008 °[5] һәм 59,114482936739 ± 1,982600001E−5 °[6] |
Средняя аномалия | 38,38426 °[5] һәм 274,14049194984 ± 1,2415E−7 °[6] |
Абсолютная звёздная величина | 5,5[6] |
Альбедо | 0,04[7][5][6] |
Тығыҙлыҡ | 850 ± 400 килограмм на кубический метр[8] |
Диаметр | 11 km[9][6] |
Эпоха | 2 января 1968 года[d][6] |
Время периастра | 2 446 470,1488983 ± 1,29621E−5 JD[6] |
Временное обозначение | 1P/1982 U1[6], 1982i[6], 1P/1909 R1[6], 1909c[6], 1P/1835 P1[6], 1835 III[6], 1P/1758 Y1[6], 1759 I[6], 1P/1682 Q1[6], 1682[6], 1P/1607 S1[6], 1607[6], 1P/1531 P1[6], 1531[6], 1P/1456 K1[6], 1456[6], 1P/1378 S1[6], 1378[6], 1P/1301 R1[6], 1301[6], 1P/1222 R1[6], 1222[6], 1P/1145 G1[6], 1145[6], 1P/1066 G1[6], 1066[6], 1P/989 N1[6], 989[6], 1P/912 J1[6], 912[6], 1P/837 F1[6], 837[6], 1P/760 K1[6], 760[6], 1P/684 R1[6], 684[6], 1P/607 H1[6], 607[6], 1P/530 Q1[6], 530[6], 1P/451 L1[6], 451[6], 1P/374 E1[6], 374[6], 1P/295 J1[6], 295[6], 1P/218 H1[6], 218[6], 1P/141 F1[6], 141[6], 1P/66 B1[6], 66[6], 1P/-11 Q1[6], -11[6], 1P/-86 Q1[6], -86[6], 1P/-163 U1[6], -163[6], 1P/-239 K1[6], -239[6], 1986 III[6] һәм 1910 II[6] |
Галлей кометаһы Викимилектә |
1986 йылда Галлей кометаһы Ҡояшҡа яҡын килгән ваҡытта беренсе тапҡыр йыһан аппараттары, шул иҫәптән совет аппараттары «Вега‑1» һәм «Вега‑2» ярҙамында уны тикшереү мөмкин була, тикшеренеүҙәр комета үҙәгенең структураһы, кометаның һәм комета ҡойроғоноң барлыҡҡа килеү механизмдары тураһында мәғлүмәт бирә[11].