Гайана
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гайа́на (ингл. Guyana)[4][5], рәсми атамаһы — Гайана Кооперати́в Респу́бликаһы[6] (ингл. Co-operative Republic of Guyana[7] [kəʊˈɒpərətɪv rɪˈpʌblɪk ɒv ɡaɪˈænə]) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышындағы дәүләт[8]. Төньяҡтан Атлантик океан менән йыуыла, көнбайышта — Венесуэла, көньяҡта — Бразилия, көнсығышта Суринам менән сиктәш. Гайана — милләттәр берләшмәһенә ингән Көньяҡ Американың берҙән-бер континенталь иле, ҡитғала инглиз телле берҙән-бер ил, бер тапҡыр ҙа дәүләт түңкәрелеше булмаған Көньяҡ Американың берҙән-бер континенталь иле.
| |||||
Девиз: «One People, One Nation, One Destiny (Один народ, одна нация, одна судьба)» | |||||
Гимн: «Dear Land of Guyana, of Rivers and Plains» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 26 май 1966 ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми тел | инглиз | ||||
Баш ҡала | Джорджтаун | ||||
Эре ҡала | Джорджтаун | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Дональд Рамотар Самуэль Хайндс | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 81 214 970 км² 3,2 | ||||
Халыҡ • Һаны (2002) • Халыҡ тығыҙлығы | 751 223[1] чел. (160) 3,49 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2008) • Бер кешегә |
3,082 млрд[2] долл. (159) 4029[2] долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲ 0,636[3] (средний) (118 урын) | ||||
Валюта | Гайана доллары (GYD, код 328) | ||||
Интернет-домен | .gy | ||||
Код ISO | GY | ||||
МОК коды | GUY | ||||
Телефон коды | +592 | ||||
Сәғәт бүлкәте | −4 |
Баш ҡалаһы — Джорджтаун. Рәсми теле — инглиз теле. Аҡсалата берәмек — Гайан доллары[8]. Идара итеү формаһы: парламент республикаһы[8][9]. Административ-территориаль бүленеше: 10 төбәк[8][9]. Гайана — БМО (1966), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (1995), ОАГ (1991), Кариб бассейны илдәре берләшмәһе ағзаһы (КАРИКОМ; 1973)[8].