Белорет районы
Башҡортостан Йөмһүриәтеһындағы муниципаль төбәге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Белорет районы (рус. Белорецкий район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. 1930 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Майҙаны буйынса (11501 квадрат километр) республикала иң ҙур район.
Белорет районы | |
Белорет районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Белорет |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Иванюта, Андрей Иванович[d] |
Халыҡ һаны |
124 798 кеше (1979), 34 818 кеше (1989)[1], 114 334 кеше (2002)[2], 110 874 кеше (2008)[3], 110 080 кеше (2009)[4], 107 248 кеше (2010)[5], 107 110 кеше (2011), 106 408 кеше (2012)[6], 105 524 кеше (2013)[7], 104 401 кеше (2014)[8], 103 708 кеше (2015)[9], 103 022 кеше (2016)[10], 102 143 кеше (2017)[11], 99 074 кеше (2021)[12] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 691 метр |
Сиктәш | Архангел районы, Ғафури районы, Ишембай районы, Бөрйән районы, Әбйәлил районы, Ҡатау-Ивановск районы һәм Һатҡы районы |
Майҙан | 11 302,58 км² |
Рәсми сайт | beladmin.ru |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Белорецком районе[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Beloretsky District[d] |
Белорет районы Викимилектә |
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләй, республиканың көнсығышында, диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан. Бөрйән, Ғафури, Архангел, Учалы,Әбйәлил райондары һәм төньяҡтан Силәбе өлкәһе менән сикләшә.
Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында — ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы — беҙҙең район территорияһында.
Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нәре, Көмәрҙәк, Ямантау тау һырттары.
Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.
2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек — Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе — Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.
Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән.
Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 2 кеше. Был республикала иң бәләкәй күрһәткес. Ауыл ерендә күпселек башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Районда 84 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары (1989): Абҙаҡ (2,4 мең кеше), Сермән (1,9 мең) һәм Үҙән(1,7 мең кеше).