М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (рус. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́, БГПУ им. М. Акмуллы) — Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, был йүнәлештәге фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ 1967 йылдың 18 ғинуарында асыла[1], 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. Эшләү дәүерендә университет 40 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Илдең 20 иң яҡшы юғары педагогия уҡыу йорто исемлегенә инә[2].
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ (2000 йылдан)) | |
Исеме |
Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́ (БГПУ им. М. Акмуллы) |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
Bashkir State Pedagogical University named after M. Akmulla |
Элекке исеме |
Башҡорт дәүләт педагогия институты (1967—2000) |
Асылған йылы | |
Ректор |
Салауат Сәғитов |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Октябрь революцияһы урамы, 3а |
Сайт |
Университетта «Аудитория» гәзите[3] һәм «Педагогический журнал Башкортостана» журналы нәшер ителә.
Педагогия институты булараҡ асылған был юғары уҡыу йорто республиканың башлыса ауыл мәктәптәрен юғары белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеү маҡсатын тормошҡа ашыра. Вуз эшләүенең тәүге йылдарынан уҡ йылдам үҫә: яңы факультеттар асыла, кафедралар ойошторола, һәм һөҙөмтәлә ул Рәсәй Федерацияһында алдынғы һәм ҙур педагогия вуздарының береһенә әйләнә, 1976 йылда I категориялы юғары уҡыу йорто булып таныла.