Амазонка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Амазо́нка (исп. һәм порт. Amazonas) — Көньяк Америкала урынлашҡан донъялағы иң тулы һыулы йылға. Мараньон һәм Укаяли йылғалары ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә. Амазонканың оҙонлоғо фәнни йәмғиәттә бәхәсле мәсьәлә булып тора һәм төрлө үлсәүҙәр буйынса төрлөсә: Мараньон йылғаһының инешенән — 6400 км[1], от истока реки Апачет — 6992 км[2], Апас йылғаһының шишмәһенән — 6992 км[1], Укаяли шишмәһенән 7100 км самаһы. Амазонка үҙенең оҙон сығанаҡтары менән Нил менән бергә донъялағы иң оҙон һыу ағымы статусына дәғүә итә, шулай уҡ бассейн майҙаны һәм тулылығы буйынса донъяла иң ҙур йылға булып тора. Йылғаның йыллыҡ ағымы 6937,92 км³ тәшкил итә, йәғни ул тәүлегенә яҡынса 19 км³ һыу сығара.
Амазонка | |
---|---|
Amazonaz | |
Амазонка бассейны | |
Буйлап аҡҡан территориялар | Амазон уйһыулығы |
Йылға башы | Мараньон менән Укаяли ҡушылған урын |
Йылға тамағы | Атлантик океан |
Оҙонлоҡ | 6400 км |
Бассейн майҙаны | 7180 мең км² |
Йылға һөҙәклеге | 0 м/км |
Йылға башы бейеклеге | 0 м |
Йылға тамағы бейеклеге | 0 м |
Һыу сығымы | 220 мең м³/с |
Бассейн майҙаны, Токантинс ҡушылдығын иҫәпкә алғанда — 7180 мең км²[1]. Был Уругвай һәм Паран йылғалары бассейндарынан шаҡтай артыҡк (4140 мең км²) һәм Конго (яҡынса 3700 мең км²).
2011 йылда Бөтә донъя конкурсы нәтижәләре буйынса Амазонка донъяның ете мөғжизәһе тип билдәләнде[3].
Амазонка бассейнының иң ҙур өлөшө Бразилияла, көньяҡ-көнбайыш өлөшө Боливия, Перу, Эквадор һәм Колумбияла. Күпселек өлөшө Амазонка түбәнлеге буйынса экватор йүнәлешендә ағып, Амазонка Атлантик океанға ҡоя һәм доньяла иң ҙур дельта (100 меңдән артыҡ км² майҙаны һәм донъяла иң ҙур йылға утрауҙарының береһен — Маражо утрауын барлыҡҡа килтерә.
Амазонканы күп һанлы ҡушылдыҡтар туйындыра; 20 ҡушылдыҡтың оҙонлоғо 1500 км-ҙан артыҡ түгел. Иң эре ҡушылдыҡтары уң яҡтан — Журуа, Пурус, Мадейра, Тапажос, Шингу, Токантинс; һул яҡтан — Иса, Жапура, Риу-Негру.
Бразилия Милли обсерваторияһының геофизика департаменты мәғлүмәттәре буйынса, Амазонка менән бер йүнәлештә, әммә 4 км тирәнлектә ер аҫты һыуҙары мелән туйына торған Хамза (Hamza) йылгаһы аға. Уның ағымы 3 мең м³/с[6] тип билдәләнә.
Һыуҙың уртаса йыллыҡ сығымы 7280 км³ (яҡынса 230 мең м³/с) (70 тән алып 300 мең м³/с -ҡа тиклем һәм күберәк). Был бөтә донъя океанына ҡоя торған бөтә йылғаларҙың дөйөм ағымының 18 %- ын тәшкил итә. Амазонка йыл буйы мул һыулы, сөнки ағымдың миҙгелле тирбәләнеше уның уң һәм һул ҡушылдыҡтарында ямғырҙар осоро етеү менән тигеҙләшә. Тотороҡло аҡымы 900 млн тоннаға яҡын. Һыу күтәрелештәре йылға буйлап 1000 км самаһы бейеклеккә үтеп керә. Инешенең бейеклеге диңгеҙ өҫтө тигеҙлегенән 110 м. Йылғаның ауышлығы — 0,016 м/км.
Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары 25 мең км-ҙан артыҡ оҙонлоҡтағы эске һыу юлдарының донъялағы иң эре һык системаларының береһен барлыҡҡа килтерә.
Океан суднолары Манаус ҡалаһына тиклем күтәрелә (тамағынан 1690 км).
Йылғаның төп порттары (түбәндән өҫкә табан): Белен, Сантарен, үпкә, Манаус (Бразилия), Икитос (Перу) [3].
Бассейн майҙаны Австралия менән сағыштырғанда бер аҙ бәләкәйерәк. Амазонканың төньяҡ һәм көньяҡ ҡушылдыҡтарында һыуҙың күтәрелеүе йылдың төрлө миҙгелдәрендә була. Был бер ни ҡәҙәр һыу кимәле тирбәлешен тигеҙләй, шуға күрә Амазонка йыл әйләнәһенә тулы һыулы була. Һыу күтәрелгәндә йылға киң далаларҙы баҫа, үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡтар барлыҡҡа килтерә.
Бразилия университеты ғалимдары йылғаның йәше 9 млн йыл тип билдәләй.