The Beatles
британ рок төркөмө / From Wikipedia, the free encyclopedia
The Beatles (ХАФӘ: [ðə ˈbiː.tlz]; ансамблдең ағзаларын айырым алғанда «битл» тип атайҙар, шулай уҡ «һоҡланғыс дүртекәй» тип тә йөрөтәләр (ингл. Fab Four)) — Ливерпулдән Британия рок-төркөмө, 1960 йылда барлыҡҡа килгән, уйнаусылары: Джон Леннон, Пол Маккартни, Джордж Һаррисон, Ринго Старр. Шулай уҡ төрлө ваҡытта төркөмдә Пит Бест, Стюарт Сатклифф һәм Джимми Никол ҡатнашҡан. Күпселек композициялары Джон Леннон һәм Пол Маккартни тарафынан ижад ителгән, авторҙар тип уларҙың исеме атала.
The Beatles Битлз | |
The Beatles Пол Маккартни Джордж Һаррисон Ринго Старр | |
Коллектив тураһында мәғлүмәт | |
---|---|
Жанрҙар |
рок[1], мерсибит[1], рок-н-ролл[1], фолк-рок[1], психоделик рок (1966—1968)[1] |
Йылдар | |
Ил | |
Ҡала |
Ливерпуль |
Язык песен | |
Лейблы |
Parlophone |
Состав |
Джон Леннон |
Элекке ҡатнашыусылар |
Стюарт Сатклифф (1960—1961) |
Башҡа проекттар |
The Quarrymen, |
Официальный сайт |
1950-се йылдарҙағы Америка рок-н-ролл классиктарына оҡшарға тырышыуҙан башлап, The Beatles үҙ стилдәрен һәм моңон таба. The Beatles рок-музыкаға ныҡ йоғонто яһай һәм белгестәр тарафынан ижад яғынан да, коммерция яғынан да XX быуаттың уңышлы төркөмө тип һанала. Танылған күп рок-музыканттар the Beatles йырҙары шауҡымында ижад итә башлауҙарын әйтә тора. 1963 йылда «Please Please Me / Ask Me Why» синглын сығарып, бар донъяла танылыу яулайҙар, битломания барлыҡҡа килә. Был дүртәү АҠШ чарттарында беренсе урындарға күтәрелеп, пластинкалары иҫ киткес тиҙлек менән тарала, улар Британия төркөмдәре араһында беренсе булып шундай шөһрәт яулай. Төркөмдөң музыканттары менән уларҙың продюсерҙары, тауыш режиссерҙары Джордж Мартин тауыш яҙыу буйынса новаторлыҡ күрһәтә; төрлө стилдәрҙе: симфоник һәм психоделик музыканы ҡушып уйнау; шулай уҡ видеоклиптар төшөрөү — улар башланғысы.
Rolling Stone 500 тигән исемлектә беренсе урынды Sgt. Pepper’s Lonely Hearts Club Band альбомы биләй. Төркөм ете тапҡыр Грэмми ала. Дүртеһе лә, ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн, MBE менән бүләкләнгән. 2001 йылға бер АҠШ-та ғына ла 163 млн-дан ашыу дискылары һатылған. Был мәлгә төркөмгә бәйле һатылған дискылар һәм кассеталар бер миллиард данаға етә[4].
The Beatles 1970 йылда тарҡала, уға тиклем дә, 1967 йылдан Пол һәм Джон шоу-бизнеста үҙ проекттары буйынса эшләй башлаған була инде. Таралышҡас, һәр кем үҙ соло карьераһын башлай. 1980 йылда үҙ йорто янында Джон Леннон үлтерелә, 2001 йылда Джордж Һаррисон рактан вафат була. Пол Маккартни һәм Ринго Старр ижадтарын дауам итә һәм әле лә музыка яҙа.