Microsoft
From Wikipedia, the free encyclopedia
Microsoft Corporation ( ҡыҫҡ. MS; «Microsoft корпорацияһы» — ингл.; «ма́йкрософт корпоре́йшн»[33] тип уҡыла) — төрлө-төрлө хисаплау техникаһы (шәхси һанаҡтар, уйын ҡушылмалары, кеҫә шәхси һанағы, кеҫә телефоны һ.б.) өсөн проприетар программа тәьминәте етештереүсе, әлеге осорға донъяла иң киң ҡулланыла торған Windows операцион системаһын эшләгән трансмилли компания.
Компанияның бүлексәләре шулай уҡ Xbox уйын консолдәре, шәхси һанаҡтар өсөн кәрәк-яраҡ (клавиатура, төрткө һ.б.[34]) етештерә. 2012 йылдан Surface планшет һанағын сығара. Microsoft продукцияһы донъяның 80-ләп илендә һатыла, программалары 45-тән ашыу телгә тәржемә ителгән.
2014 йылдың 5 июненә корпорацияла 127104 кеше эшләй.[35]
Рәсәйҙә 1992 йылдың ноябренән Microsoft вәкиллеге (2004 йылдың июленән — «Майкрософт Рус» ЯСЙ[33]) бар.
2002 йылғы ярашыу килешеүе һөҙөмтәһендә Microsoft суд күҙәтеүе аҫтында тора[36].