Һөҙһөт (диалекттарҙа: һөтөт, һөтөтөт, һупапай, һоңҡолдауыҡ һ.б., рус. Удо́д, лат. Upupa epops) — күгәрсендән бәләкәйерәк, супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Башында ҙур ғына өлпөһө бар. Дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡорһағы аҡ. Бүркендә һәм ҡанаттарында сем ҡара һыҙыҡтар бар. Оҙон суҡышы аҫҡа табан кәкерәйеерәк тора. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Һөҙһөт |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Upupa epops (Linnaeus, 1758)
|
Ареал |
---|
Оялау урыны
Йыл әйләнәһенә
Миграция
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 142032
|
|
Ябырға
Тоноҡ тауышы алыҫҡа ишетелә: «һуп-һуп-һуп» йәки «һуп-пуп-пуп-пу». Һирәк ағаслы асыҡ урындарҙа йәшәй. Себен, ҡуңғыҙ, селәүсен, ҡорттар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуышында, таш өйөмдәрендә, өңдәрҙә, иҫке ҡоролмаларҙың ярыҡтарында оялай. 4—7 бөртөк йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.