Ҡоштар (лат. Aves) — умыртҡалылар төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, тәне ҡауырһын, йөн-мамыҡ менән ҡапланған, йылы ҡанлы, йомортҡа һалыусы хайуандар классы. Яҡшы айырымланған төркөм һанала, вәкилдәренең иң үҙенсәлекле билдәләренең береһе - тәнде температура үҙгәреүенән һаҡлаусы һәм осҡанда мөһим роль уйнаусы ҡауырһын япмаһы тора. Осоу һәләте ҡоштарҙың төп үҙенсәлеге (уның ҡайһы бер төрҙәрендә булмауы — икенсел күренеш). Өҫкө ослоҡтары ҡанат формаһын алған. Ҡоштарҙың һулыш алыу һәм аш һеңдереү ағзалары осоу һәләте менән тығыҙ бәйле булғанлыҡтан, үҙенсәлекле төҙөлөшлө. Ҡоштар башҡа йән эйәләренән суҡышы булыуы менән айырыла. Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 9800 ҡош төрө булыуы билдәле, Рәсәйҙә 600-ҙән ашыу төр.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡоштар |
Ҡоштарҙың 18 төрө |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Aves (Linnaeus, 1758)
|
Ярым класс |
---|
|
|
|
Ябырға
Ҡоштар социаль хайуандар һанала, сөнки улар визуаль һәм тауыш сигналдары ярҙамында үҙ-ара аралаша, байтаҡ осраҡта йәмәғәтселек ғәмәлдәрен үтәйҙәр: уртаҡ оя, бергәләп һунар итеү йәки йыртҡыстарҙан һаҡланыу. Байтаҡ төрҙәргә моногамия хас. Ҡағиҙә булараҡ, ояла йомортҡалар һалына һәм уларҙы парҙың бер йәки ике ағзаһы ла баҫа. Ҡоштар нәҫел тураһында ҡайғырталар: ҡошсоҡтарын оҙайлы ваҡыт ҡурсыйҙар, ашаталар, өйрәтәләр.
Күп кенә ҡоштар миҙгелгә ҡарап йәшәү мөхиттәрендәге климат шарттарының үҙгәреүенә, оя ҡора торған биләмәләрендәге үҙенсәлектәргә (аҙыҡ мәсъәләһе, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына бәйлелек һәм башҡалар) бәйле күсеп йөрөйҙәр.
Ҡоштар Ер шарының бөтә экосистемаһында, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрендә лә йәшәйҙәр. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы , 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндәрҙә йәшәүсе ҡоштарҙың 10681 төрө (20 087 төрсәһе), шулай уҡ, хәҙерге тарихи ваҡытта юҡҡа сыҡҡан159 төрө билдәле. Рәсәй биләмәләрендә ҡоштарҙың 789 төрө билдәләнгән, шул иҫәптән оялаусы 657 төр; оялауҙары хаҡында мәғлүмәт күрһәтелмәгән 125 төр , һәм юҡҡа сыҡҡан 7 төр.