Һөйрәлеүселәр
Хордалылар тибына ҡараған һалҡын ҡанлы хайуандар класы.Тәндәре ҡоро, тиреләре мөгөҙ көп йәки һөйәк тәңкәләр менән ҡапланған, йомортҡа һал / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һөйрәлеүселәр (рептилиялар — лат. Reptilia) — гөбөргәйелдәр (ташбаҡалар), крокодил, суҡышбашлылар, тәңкәлеләрҙе (кәҫәртке һәм йыландар) берләштергән умыртҡалы хайуандар класы.
Һөйрәлеүселәр | |||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
Reptilia Laurenti, 1768 | |||||||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||||||
Хәҙерге отрядтар
| |||||||||||||||||||||||
|
XVIII—XIX быуаттарҙа амфибиялар төркөмөнә һалҡын ҡанлы ҡоро ер умыртҡалылары ( хәшәрәттәр) берләштерелә.
Дөнъяла һөйрәлеүселәрҙең 9400 (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 11 570) төрө билдәле[1], Рәсәйҙә 72 (77) төр тереклек итә.[2][3]
Динозаврҙар – боронғо һөйрәлеүселәрҙең вәкиле. Мезозой осоронда һөйрәлеүселәрҙең өҫтөнлөк итеү осоро булған. Улар йәшәү мөхиттәренең барлыҡ төрҙәрендә лә тиерлек киң таралған. Ҡоро ерҙе, диңгеҙҙе, ер- һауаны яулап алған. Экосистемаларҙың барыһында ла һөйрәлеүселәр өҫтөнлөк иткән. Шуға ла, мезозойҙы һөйрәлеүселәр эраһы тип атайҙар.
Аҡбур осоронда күп һөйрәлеүселәр юҡҡа сыҡҡан. Хәҙерге заман рептилиялары шул замандан ҡалған һөйрәлеүселәрҙең айырым төрҙәре.
Рептилиялар 260 миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән. Улар – ер йөҙөндәге беренсе умыртҡалы хайуандар. Йылы урындарҙы һәм уртаса климатты яраталар, Ер йөҙөндә Антарктиданан башҡа барлыҡ урында йәшәйҙәр. Ҡайһы бер төрҙәр ерҙә йәшәһә, башҡалары һыуҙа йәшәүҙе хуп күрә.
Рептилиялар – һалҡын ҡанлы умыртҡалы хайуандар. Тиреләре ҡоро, тышҡы яҡтан мөгөҙ тәңкәләр менән ҡапланған. Тире биҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ юҡ, үпкә менән һулыш алалар.
Баш мейеһенең төҙөлөшө ер-һыу хайуандарына ҡарағанда ҡатмарлылаҡ. Алғы мейе ярымшарҙарында мейе ҡабығы була. Бүлеп сығарыу ағзалары – бөйөрҙәр.
Тән температураһы даими түгел, шуға уларҙың әүҙемлеге тирә-яҡ температураһына бәйле. Кәлтә, йылан кеүек һөйрәлеүселәрҙең тәне – тиреле япма, крокодил һәм ташбаҡаныҡы эзбиз ҡабырсаҡ менән ҡапланған.
Һөйрәлеүселәрҙең күбеһе — йыртҡыстар йәки бөжәк ашаусылар. Ә ҡоро ер ташбаҡалары үҫемлек менән туҡлана. Һөйрәлеүселәр араһында йыландарҙың (шулай уҡ, ҡайһы бер кеҫәрткеләрҙең)ғына ослоҡтары юҡ. Башҡа һөйрәлеүселәрҙең икешәр пар ослоҡтары һәм һәр ослоҡта тырнаҡлы бишәр бармағы бар.
Рептилиялар дүрт отрядҡа бүленә: тәңкәлеләр, ташбаҡалар, крокодилдар һәм суҡышбашлылар.
Ер-һыу хайуандары менән сағыштырғанда, рептилиялар хәрәкәтсәнерәк, әүҙемерәк һәм тайга урмандарынан алып сүллектәргә, тропиктарға ҡәҙәр йәшәргә яраҡлашҡан.
Быға уларҙың мөгөҙ матдәнән торған тәңкәләр менән ҡапланған һәм кибеүҙән һаҡлаған ҡоро тиреһе, тиҙ хәрәкәтләнеүгә яйлашҡан ослоҡтары, бармаҡ остарында төрлө өҫлөктәрҙә хәрәкәтләнергә мөмкинлек биреүсе тырнаҡтары булышлыҡ итә. Шулай уҡ уларҙың ослоҡтары оҙон. Үпкәләренең эске йөҙө күҙәнәкле төҙөлөшлө. Шуға ла, газдар алмашына торған өҫлөк ҙурая. Ҡандың кислородҡа байыу процесы камилыраҡ була