Үҙәк Азия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үҙәк Азия (ҡаҙ. Орталық Азия, монг. Төв Ази, төркм. Merkezi Aziýa, үзб. Markaziy Osiyo, ҡырғ. Борбордук Азия, таж. Осиёи Марказӣ, ҡыт. 中亚) — Азияның океанға сыҡмаған ҙур майҙаны, ЮНЕСКО билдәләүенсә, регионға Монголия, төньяҡ-көнбайыш Ҡытай (Тибет, Эске Монголия, Цинхай, Көнбайыш Сычуань һәм Төньяҡ Ганьсу), Рәсәйҙең Азия өлөшөндәге тайга зоналарының көньяғы, Ҡаҙағстан һәм дүрт элекке союздаш республикалар — Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстан инә.
Үҙәк Азияны донъяның айырым регионы итеп алыуҙы географ Александр Гумбольдт тәҡдим итә (1843).
Үҙәк Азия тарихи рәүештә сикһеҙ киңлектәрҙәге күсмә халыҡтар һәм Бөйөк ебәк юлы менән бәйле күҙ алдына килә. Үҙәк Азияла Евразия — Европа, Яҡын Көнсығыш, Көньяҡ Азия һәм Көнсығыш Азия халыҡтары бергә аралашып, ҡайнашып торған төбәк.
Урта быуаттарҙа Монгол империяһына тиклем Үҙәк Азия иҡтисади һәм мәҙәни яҡтан сәскә атҡан ерҙәр булған[1]. Ҡушан империяһы һәм Хорезмшаһтар империяһы ул саҡтарҙың иң бай дәүләттәре булған. Һуңғараҡ Аҡһаҡ Тимер Яҡын Көнсығышты, Рәсәйҙең көньяғын һәм Дели солтанлығын яулап ала.