Ҡояш торошо
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡояш торошо (боронғо исеме: ҡояштың кирегә әйләнеүе (солнцеворот)) — астрономик ваҡиға, ул еткән мәлдә ысын көн уртаһында Ҡояш офоҡ өҫтөнән максималь (йәйге ҡояш торошо) йәки минималь бейеклектә (ҡышҡы ҡояш торошо) урынлаша[2][3]. Ҡояш торошо ваҡытында Ҡояш Ер экваторынан төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан максималь ауыша. «Ҡояш торошо» терминының туранан-тура килеп сығышы: был күренеш мәлендә көн уртаһында Ҡояштың офоҡтан бейеклеге бер нисә көн буйына үҙгәрмәйенсә тороуы менән бәйле, йәғни Ҡояш, әйтерһең «бер урында ғына тора». Ҡояш торошоноң «Ҡояштың кирегә әйләнеүе» (солнцеворот) тип аталған мәле — Ҡояштың офоҡҡа ҡарата бейеклегенең ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә башлауы.
Ҡояш торошо | |
Йылдың көнө | июньское солнцестояние[d] һәм декабрьское солнцестояние[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Көн менән төн тигеҙләнеше |
Ҡояш торошо Викимилектә |
UTC-0 ваҡыты буйынса ҡояш торошо һәм көн-төн тигеҙләнеше[1] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
йыл | Көн-төн тигеҙләнеше Март | Ҡояш торошо Июнь | Көн-төн тигеҙләнеше Сентябрь | Солнцестояние Декабрь | ||||
көн | ваҡыт | көн | ваҡыт | көн | ваҡыт | көн | ваҡыт | |
2010 | 20 | 17:32 | 21 | 11:28 | 23 | 03:09 | 21 | 23:38 |
2011 | 20 | 23:21 | 21 | 17:16 | 23 | 09:04 | 22 | 05:30 |
2012 | 20 | 05:14 | 20 | 23:09 | 22 | 14:49 | 21 | 11:12 |
2013 | 20 | 11:02 | 21 | 05:04 | 22 | 20:44 | 21 | 17:11 |
2014 | 20 | 16:57 | 21 | 10:51 | 23 | 02:29 | 21 | 23:03 |
2015 | 20 | 22:45 | 21 | 16:38 | 23 | 08:20 | 22 | 04:48 |
2016 | 20 | 04:30 | 20 | 22:34 | 22 | 14:21 | 21 | 10:44 |
2017 | 20 | 10:28 | 21 | 04:24 | 22 | 20:02 | 21 | 16:28 |
2018 | 20 | 16:15 | 21 | 10:07 | 23 | 01:54 | 21 | 22:23 |
2019 | 20 | 21:58 | 21 | 15:54 | 23 | 07:50 | 22 | 04:19 |
2020 | 20 | 03:50 | 20 | 21:44 | 22 | 13:31 | 21 | 10:02 |
2021 | 20 | 09:37:27 | 21 | 03:32:08 | 22 | 19:21:03 | 21 | 15:59:16 |
2022 | 20 | 15:33:23 | 21 | 09:13:49 | 23 | 01:03:40 | 21 | 21:48:10 |
2023 | 20 | 21:24:24 | 21 | 14:57:47 | 23 | 06:49:56 | 22 | 03:27:19 |
2024 | 20 | 03:06:21 | 20 | 20:50:56 | 22 | 12:43:36 | 21 | 09:20:30 |
2025 | 20 | 09:01:25 | 21 | 02:42:11 | 22 | 18:19:16 | 21 | 15:03:01 |
Ҡояш торошо йылына ике тапҡыр күҙәтелә: 20-21 июндә һәм 21-22 декабрҙә. Йәйге ҡояш торошо көнөндә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн, ә ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә, киреһенсә, — иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була (тик ҡотоптарҙа ғына башҡаса). Урта киңлектәрҙә ҡояш торошо даталары яҙҙан йәйгә һәм көҙҙән ҡышҡа астрономик күсеш даталарына тап килә[⇨].
Күп кенә халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм мифологияһында йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошо көнө мистик әһәмиәткә эйә, был мәлдә ошо күренешкә арнап, төрлө йолалар һәм байрамдар үткәрелә[⇨].