Эдди Мерфи
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эдди Мёрфи (Эдвард Риган Мёрфи, инглизсә Edward Regan «Eddie» Murphy; 3 апрель 1961 йыл — Америка комедия актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы. Билдәлелекте башлыса 1980-се йылдарҙа яулай. Бигерәк тә «Беверли-Хиллз полицейскийы» (русса «Полицейский из Беверли-Хиллз») фильмдары серияһындағы Аксель Фоули роле, шулай уҡ «Урындарҙы алмаштырыу» («Поменяться местами»), «Бумеранг», «Сәйер профессор» («Чокнутый профессор»), «Изге йән» («Святоша»), «Доктор Дулиттл», «Таныш булығыҙ: Дэйв» («Знакомьтесь: Дэйв»), «Плуто Нэш мажаралары» («Приключения Плуто Нэша»), «Америкаға сәфәр» («Поездка в Америку»), «Норбиттың хәйләләре» («Уловки Норбита»), «Хыялдағы ҡыҙҙар» («Девушки мечты»), «Өрәкле йорт» («Особняк с привидениями»), «Небоскребты нисек урларға» («Как украсть небоскрёб») һәм башҡа фильмдарҙағы төп ролдәре менән популярлыҡ ала.
Эдди Мёрфи | |
Eddie Murphy | |
| |
Исеме |
Эдвард Риган Мёрфи |
---|---|
Тыуған көнө |
3 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш) |
Тыуған урыны | |
Һөнәре |
актёр , йырсы, сценарист, кинопродюсер, кинорежиссёр, стендап-комик |
Карьераһы |
1976 йылдан |
Йүнәлеше | |
Наградалары |
«Грэмми» (1984), |
IMDb | |
Эдди Мерфи Викимилектә | |
Мёрфи шулай уҡ музыкаль альбомдар яҙҙырған һәм бер-нисә мульт-персонажға, шул иҫәптән, «Шрек» мультфильмындағы Ишәккә «тауыш биргән». Бынан тыш стендап комедия жанрында (тамашасылар алдында үҙ аллы юмористик сығыш) оҙаҡ һәм уңышлы эшләй.
«Алтын глобус» («Золотой глобус») премияһы эйәһе[1], Билл Кондондың «Хыялдағы ҡыҙ» фильмындағы икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскар» премияһына номинант була.
«Comedy Central» телеканалы версияһы буйынса «Бар осорҙоң 100 иң бөйөк стенд-ап комиктары» теҙмәһендә 10-сы урынды яулай[2].