Шэньчжэнь
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шэньчжэ́нь (ҡытайса ябай 深圳, пиньин телендә: Shēnzhèn, урыҫса һүҙмә-һүҙ — «глубокая межа», башҡортса «тәрән ыҙан») — Ҡытай Халыҡ Республикаһының көньяғындағы Гуандун провинцияһындағы субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала, Гонконг менән сиктәш. 2000 йылғы иҫәп алыу буйынса халҡы 7 008 831 кеше булһа[1], 2010 йылда 10 357 938-гә еткән[1]. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәрена ярашлы, халыҡ һанының үҫеш темптары яғынан Шэньчжэнь донъяның тәүге биш ҡалаһы иҫәбенә инә[2]. Сит ил һәм дәүләттең күләмле инвестициялары арҡаһында сағыштырмаса аҙ ваҡытта ҡала Ынйы йылғаһы дельтаһында ғына түгел, бөтөн ил кимәлендә эре сәнәғәт, финанс һәм транспорт үҙәгенә әүерелде. Бөгөн ул Ҡытайҙың иң йылдам үҫеш кисергән, конкурентлыҡҡа һәләтлелек йәһәтенән дүртенсе һәм экспорт күләме буйынса иң юғары торған ҡалаһы булып танылған. Бынан сығып, ул инвестициялар, яңы технологиялар йәлеп итеү йөҙөнән һәм бизнес алып барыуҙа юғары мәҙәниәтле булыуы яғынан үҙенсәлекле ҡапҡаға әйләнгән[3][4].
Город | |
Шэньчжэнь (ҡытайса ябай 深圳, пиньин телендә: Shēnzhèn | |
Ил |
ҠытайҠытай |
---|---|
Статус |
субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала |
Провинция |
Гуандун |
Координаталар | |
Эске бүленеш |
10 район |
Мэр | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1410 |
Майҙаны |
1989 км² |
Бейеклеге |
12 м |
Климат тибы |
субтропик |
Рәсми теле | |
Халҡы |
10 357 938 кеше (2010) |
Тығыҙлығы |
5201 кеше/км² |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Этнохороним |
шэньчжэндар |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+8 |
Телефон коды | 755 |
Почта индексы |
518000 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
粤B |
Рәсми сайт | |
Был ерҙәрҙә ултыраҡ тормош менән IV быуаттан уҡ йәшәһәләр ҙә «Шэньчжэнь» исемен алған ҡалаға Баоань өйәҙе урынында ғәмәлдә 1979 йылда нигеҙ һалына. 2008 йылда ул ЮНЕСКО тарафынан «Дизайндың ижад ҡалаһы» итеп һайланды[5], 2011 йылда XXVI Бөтә донъя йәйге Универсиаданы үткәреү айҡанлы үҙенең тышҡы йөҙөн яңыртты һәм инфраструктураһын киңәйтте. Шэньчжэнь тәү сиратта күп ҡатлы йорттары, тематик парктары, төрлө тармаҡҡа бағышланған күргәҙмәләре аша, шулай уҡ электрон һәм электротехник сәнәғәт үҙәге булараҡ та киң танылыу алған (мәҫәлән киң таралған IPhone һәм IPad аппараттарының күп өлөшө нәҡ бында етештерелә[6]).