Чжэн Хэ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чжэн Һэ (ҡыт. ғәҙәти 鄭和, ябайл. 郑和, пиньин: Zhèng Hé; 1371—1435) — Мин империяһының легендар адмиралы, Ҡытай сәйәхәтсеһе, флот башлығы, дипломат, сығышы буйынса хуэйцзу (хаҡ динле мосолман). Ул Индокитай, Һиндостан, Ғәрәп ярымутрауына һәм Көнсығыш Африка илдәренә Мин императорҙары ебәргән бик киң ҡоласлы ете хәрби-сауҙа экспедицияһын ойоштора һәм уларға етәкселек итә. Ул ойошторған экспедициялар хатта Америка һәм Австралия ярҙарына тиклем барып еткән, тигән фараз да бар.
Чжэн Хэ | |
ҡыт. ғәҙәти 鄭和, ябайл. 郑和 | |
Исеме |
Ма Хэ (馬和) |
---|---|
Тыуған көнө |
1371({{padleft:1371|4|0}}) |
Тыуған урыны |
Хэдай, Юньнань |
Вафат булған көнө |
1435({{padleft:1435|4|0}}) |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
сәйәхәтсе, |
Атаһы |
Ма Хайцзи |
Әсәһе |
Вэн |
Чжэн Хэ Викимилектә | |
Ҡытай сауҙагәрҙәре суднолары Сун империяһы дәүеренән алып ғәмәлдә Көньяҡ Ҡытай һәм Көньяҡ Көнсығыш Азия араһында даими рәүештә йөрөһә лә , ә монголдарҙың Юань (династия) империяһы осоронда Көньяҡ-Көнсығыш Азияға, хатта Шри-Ланка кеүек илдәргә хәрби-дипломатик экспедициялар ебәрелеп тора. Был экспедициялар Малай ярымутрауын, Индонезияны, Шри-Ланканы һәм Көньяҡ Һиндостанды бик оҙайлы булмаһа ла Мин империяһы вассалына әйләндерә һәм Һинд океаны ярҙарын төйәк иткән халыҡтар тураһында мәғлүмәттәр алып ҡайта. Малай ярымутрауы, Суматра һәм Яваның тарихи үҫешенә Чжэн Һэ флоты экспедицияларының йоғонтоһо байтаҡ ваҡытҡа һуҙылғандыр, тигән фараз бар, ә был үҙ сиратында ҡытайҙарҙың был төбәкккә күсеүенә һәм ҡытай мәҙәниәтенең унда көсәйеүенә этәргес булып тороуы бәхәсһеҙ.
Чжэн Һэны үҙ ҡурсауы аҫтына алған император Чжу Ди дәүерендә лә Чжэн Һэ экспедициялары Ҡытайҙың конфуциан элитаһы тарафынан ҡаты тәнҡит утына тотола, улар бындай экспедицияларҙы кәрәкмәгән һәм бик ҡиммәтле "уйын" тип һанай. Чжэн Һэ һәм император Чжу Чжаньцзи (Чжу Диҙың ейәне) вафаттарынан һуң Мин Ҡытайы хөкүмәтенең бөтә кимәлдәрендә ошондай ҡараштар өҫтөнлөк ала. Һөҙөмтәлә диңгеҙ экспедициялары туҡтатыла, һәм Чжэн Һэ флоты тураһындағы техник мәғлүмәттәрҙең күбеһе юҡҡа сығарыла йәки юғалтыла. XVII—XVIII быуаттарҙа рәсми рәүештә өҙөп-йолҡоп тигәндәй булдырылған Мин империяһы тарихы Чжэн Һе экспедицияларына кире баһа ҡуя, ләкин Ҡытайҙа йәшәүселәрең байтағы өсөн Чжэн Һэ халыҡ батыры булып ҡала.
XX быуат башында, Ҡытайҙы сит ил буйһоноуынан азат итеү хәрәкәте күтәрелгән осорҙа Чжэн Һэ образы яңынан популярлыҡ яулай[1]. Хәҙерге заман Ҡытай Халыҡ Республикаһында Чжэн Һэ ил тарихындағы иң күренекле шәхестәрҙең береһе тип иҫәпләнелә, ә уның күрше дәүләттәргә экспедициялар ойоштороуы Ҡытайҙың тыныслыҡ сәйәсәтен алып барыуының өлгөһө тип атала[2].