Халыҡ-ара стандарт серия номеры
матбуғат баҫмаларын идентификациялау өсөн бирелгән уникаль номерҙар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара стандарт серия номеры (ингл. International Standard Serial Number — ISSN) — теләһә ҡайһы ваҡытлы матбуғат баҫмаһының ҡайҙа, ниндәй телдә, ниндәй йөрөтөүселә баҫылыуына ҡарамаҫтан, уны идентификациялау мөмкинлеген биргән уникаль номер. Һигеҙ һандан тора. Һигеҙенсе һаны — алдағы ете һандан һәм 11 модуле буйынса иҫәпләп сығарыла торған контроль һан. Кириллица хәрефтәрен латинсаға транслитерациялау өсөн 1995 йылғы халыҡ-ара ISO 9 стандарты ҡулланыла.