Француз теле
роман теле, француздарҙың милли теле һәм 30-ҙан ашыу француз телле илдәрҙең рәсми теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Француз теле (français, la langue français) — француздарҙың теле (Францияның рәсми теле).Яҙмаһы латин алфавиты нигеҙендә. Француз теле 29 илдә дәүләт теле булып тора: Франция, Канада, Бельгия, Швейцария, Ливан, Люксембург, Монако, Марокко, Алжир, Туниста һәм Африканың бер-нисә илендә.
Һинд-европа телдәре ғаиләһенә ҡарай (роман төркөмө, галл-роман төрө). Ябай латин теленән сыҡҡан, башҡа роман телдәренә ҡарағанда унан ныҡ алыҫлашҡан[1]. БМО (ООН) һәм ЮНЕСКО-ның рәсми телдәренең береһе. Француз теле - бик күп халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми теле һәм сит ил теле булараҡ иң күп өйрәнелгән телдәрҙең береһе. «Франкофония» халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, француз телендә ысынлап аңлаша алған кешеләр һаны— 274 миллион[2]:3.