Рэй Брэдбери
Америка яҙыусыһы, фантаст / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рэй Ду́глас Брэ́дбери (ингл. Ray Douglas Bradbury; 22 август 1920 йыл, АҠШ, Уокиган — 5 июнь 2012 йыл, Лос-Анджелес[15][16][17]) — Америка яҙыусыһы, «Фаренгейт буйынса 451 градус» антиутопияһы, «Марсиан хроникалары» хикәйәләр циклы һәм өлөшләтә «Бәпембәләрҙән яһалған шарап» автобиографик повесы[18][19] авторы.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Үҙ ғүмерендә Брэдбери һигеҙ йөҙҙән ашыу төрлө әҙәби әҫәр, шул иҫәптән бер нисә роман һәм повесть, йөҙҙәрсә хикәйә, тиҫтәләгән пьеса, бер нисә мәҡәлә, яҙма һәм шиғыр яҙған. Уның тарихтары нигеҙендә бер нисә кино төшөрөлгән, театр постановкаһы һәм музыкаль әҫәр ҡуйылған.
Брэдбери, ижадының байтаҡ өлөшө фэнтези, риүәйәт йә әкиәт жанрҙарына тартым булһа ла[19][20][21], традиция буйынса фәнни фантастика классигы тип иҫәпләнә.
Брэдбери пьесалары халыҡ тарафынан яҡшы ҡабул ителгән, ләкин шиғырҙары ҙур уңышҡа өлгәшмәгән. Уның төп ҡаҙанышы булып хәҙерге заман мәҙәниәтендә ситләтелеп килгән фәнни фантастикаға һәм фэнтезиға ҡарата уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуы тора.