Ригведа
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ригве́да» (санскр. ऋग्वेद, ṛgveda IAST, «гимндар ведаһы») — башлыса дини гимндар йыйынтығы, һинд әҙәбиәтенең ведий телендәге тәүге билдәле ҡомартҡыһы. «Ригведа» Веды тип аталған дүрт индуист дини тексына инә. «Ригведа», ихтимал, б. э. т. яҡынса 1700—1100 йй. төҙөлгән һәм иң боронғо һинд-арий текстарының һәм донъялағы иң боронғо дини текстарҙың береһе булып тора. «Ригведа»ның II—VII мандалы иң боронғо мандалдарының береһе булып һанала [4]. Быуаттар дауамында ул фәҡәт ауыҙ-тел традицияларында һаҡланған һәм, ихтимал, тәүге тапҡыр тик иртә урта быуаттар дәүерендә генә яҙылып алынған булырға тейеш[5]. «Ригведа» — Веданың иң боронғоһо һәм әһәмиәтлеһе, боронғо һинд тарихын һәм мифологияһын өйрәнеү өсөн ҡиммәтле сығанаҡ. 2007 йылда ЮНЕСКО «Ригведа»ны «Донъя хәтере» исемлегенә реестр индерҙе[6].
Ригведа | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 1500[1] |
---|---|
Атамаһы | ऋग्वेद |
Жанр | дини әҙәбиәт[d] һәм изге китап[d] |
Баҫма йәки тәржемә | Rig Véda ou Livre des hymnes[d] |
Автор | риши[d] |
Ил | Һиндостан |
Әҫәрҙең теле | ведийский язык[d][2] |
Етештереү урыны | Семиречье ведийское[d] |
Мираҫ статусы | Память мира[d][3] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Создатель коллекции | Вьяса һәм Пайла[d] |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | RV. |
Ригведа Викимилектә |