Расизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Расизм — кешелек донъяһын сығышынан уҡ «юғары» һәм «түбән», «тулы» һәм «кәм» расаларға бүлеп ҡараған, кешелекте күрә алмаусы фәнни булмаған теория һәм реакцион сәйәсәт; кеше расаларының физик һәм психик тигеҙһеҙлеге һәм шул айырмалыҡтарҙың йәмғиәт тарихына һәм мәҙәниәтенә хәл иткес йоғонто яһауы тураһында фәнни булмаған теория һәм шуға нигеҙләнгән сәйәсәт; кешелек донъяһын юғары һәм түбән расаларға бүленгән тип, уларҙың юғарылары ғына цивилизацияны барлыҡҡа килтергән һәм хакимлыҡ итергә тейеш тип ҡараған фәнни булмаған төшөнсә[2].
Расизм | |
Әһәмиәтле кеше | Аристотель |
---|---|
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[1] |
Ҡапма-ҡаршыһы | антирасизм[d] һәм равенство[d] |
Расизм Викимилектә |
Расизмдың шулай уҡ бер нисә киң билдәләмәһе бар. Шулай итеп, Britannica энциклопедияһы билдәләүенсә, расизм — кешеләрҙе раса тип аталған ҡәтғи диференциялы төркөмдәргә бүлеүсе ныҡлы ҡараш, тыумыштан мираҫ ителгән физик һәм ҡылыҡ һыҙаттарының интеллект, әхлаҡ, мәҙәниәт менән бәйлелеге, шулай уҡ тыумыштан бер расаның башҡа расаларҙан өҫтөнлөгө тураһындағы ныҡлы фекер[3].