Оттава
From Wikipedia, the free encyclopedia
Отта́ва[1] (ингл. Ottawa [ˈɒtəwə] (i) или [ˈɒtəwɑː], франц. Ottawa) — Канаданың баш ҡалаһы. Онтарио провинцияһының көнсығыш өлөшөндә, ошо һәм Квебек провинцияларының сиге үткән Оттава йылғаһы ярында урынлашҡан. Оттава — ҙурлығы буйынса илдең дүртенсе, провинцияның икенсе ҡалаһы. Йылғаның Квебек яғында урынлашҡан Гатино ҡалаһы һәм ҡайһы бер башҡа муниципалитеттар менән бергә Оттава Милли баш ҡала өлкәһе составына инә.
Оттава Ottawa | |||
---|---|---|---|
— баш ҡала — | |||
| |||
| |||
Координаты: 45°25′17″ с. ш. 75°40′46″ з. д.HGЯO | |||
Управление | |||
Ил | Канада | ||
Провинция | Онтарио | ||
Хәҙерге статусы | 2001 йылдың 1 ғинуарынан | ||
Мэр | Марк Сатклифф (Mark Sutcliffe) | ||
Демография | |||
Халҡы | 1017449 чел. (2021) | ||
Тығыҙлығы | 364,9 чел./км² | ||
Агломерация | 1488307 чел. (2021) | ||
Этнохороним | оттавлар | ||
Тел | инглиз һәм француз телдәре | ||
География | |||
Майҙаны | 2790,3 км² | ||
Сәғәт бүлкәте | UTC−5 | ||
Телефон коды | 613, 343, 819 и 873 | ||
Географик код | 35 06008 | ||
Веб-сайт | http://www.ottawa.ca |
Оттавала йәшәүсе халыҡтың һаны 2019 йылда миллионға етте, ә Оттава-Гатино агломерацияһы халҡы, 2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 488 мең кеше тәшкил итә. Ҡала менән мэр етәкселегендәге муниципаль совет идара итә. 2022 йылдан мэр вазифаһын Марк Сатклифф биләй.
Ҡалаға 1820 йылда Ридо каналын төҙөгән һалдаттар һәм һөнәрселәр лагеры булараҡ нигеҙ һалына, ә 1850 йылда ул урман ҡырҡыусылар һәм ағас ағыҙыусылар ҡалаһы статусын ала. 1857 йылдың 31 декабренән Оттава — Канада провинцияһының, 1867 йылдан — Канада дәүләтенең баш ҡалаһы. Артабан ҡала транспорт һәм сәнәғәт үҙәге булараҡ үҫешә, Ә XX быуаттың икенсе яртыһында экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән масштаблы үҙгәртеүҙәр кисерә.
XX быуат аҙағында һәм XXI быуат башында юғары технологиялар үҫеше үҙәгенә әйләнгән Оттава бер нисә тапҡыр «Төньяҡ Кремний үҙәне» титулына лайыҡ була. Канаданың баш ҡалаһы булараҡ Оттава — федераль власть структуралары һәм эре мәҙәни үҙәктәр, шул иҫәптән илдең төп музейҙары һәм Милли картиналар галереяһы урынлашҡан урын.