Мэр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мэр (франц. maire "өлкән", ингл. mayor (/ˈmɛər/ йә /ˈmeɪər/ тип уҡыла), икеһе лә Латин телендәге maior йә major (әйтелеше: majˈjɔr), "ҙурыраҡ, өлкәнерәк, нығыраҡ, бигерәк" тигән мәғәнәле һүҙҙән килә) - байтаҡ илдәрҙә муниципалитетты етәкләгән кешенең (мәҫәлән, ҡала йәки ҡасабаның башлығы) вазифаһының рәсми исеме.
Илдән-илгә мэрҙың нисек һайланғанын, ниндәй хоҡуҡтарға эйә булғанын һәм ниндәй бурыстар үтәгәнен асыҡлаған закондар һәм ғәҙәттәр айырыла; бынан тыш, ҡала йә ҡасаба башлығы төрлө юлдар менән һайланырға (йә, ғөмүмән, вазифаға индерелергә) мөмкин. Төрлө хөкүмәт системаларында мэр урындағы (ҡала йә ҡасаба кимәлендәге) башҡарма власть органының башлығы, күп ағзанан торған органдың етәксеһе, йә фәҡәт "церемониялы" (йәғни ниндәй ҙә булһа сәйәси көскә эйә булмаған, йәки бик әҙ һанлы ҡарарҙарҙы раҫлай алған) вазифа ғына була ала.