Осраҡлы дәүмәл
Осраҡлы ваҡиғаның һөҙөмтәһен һан яғынан сағылдырыусы үҙгәреүсән. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Осраҡлы дәүмәл — ҡиммәттәре ниндәйҙер осраҡлы феномендың йәки эксперименттың һанлы һөҙөмтәләрен сағылдырған үҙгәреүсән. Икенсе төрлө әйткәндә, осраҡлы ваҡиға һөҙөмтәһенең һан яғынан сағылышы булып тора. Осраҡлы дәүмәл — ихтималлыҡ теорияһының төп төшөнсәләренең береһе.[1]
Осраҡлы дәүмәл | |
Тасуирлау биттәре | encyclopediaofmath.org/i… |
---|---|
Тамғалау | X[d] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Осраҡлы дәүмәл Викимилектә |
Осраҡлы дәүмәл билдәләү өсөн математикала «кси» хәрефен ҡулланыу ҡабул ителгән. Ҡиммәте осраҡлы эксперименттың һөҙөмтәһен сағылдырыусы функцияһы осраҡлы дәүмәлдең ҡәтғи билдәләмәһе булып тора. Әгәр был функцияның ҡиммәттәре осраҡлы эксперимент һөҙөмтәләренең аҙ ғына үҙгәреүенә сикһеҙ һиҙгер булғанда, был функцияға ҡарата талаптарҙың береһе булып уның үлсәмлелеге торасаҡ, ул шул осраҡтарҙы һайлау өсөн хеҙмәт итә.
Практикала осраҡлы дәүмәлде -нан -ға ирекле функция тип ҡарарға мөмкин.[2].
Функция булараҡ , осраҡлы дәүмәл ихтималлыҡ ваҡиғалары булдырыу түгел, ә һөҙөмтәнең һан сағылышын кире ҡайтара.. Осраҡлы дәүмәлдең мөһим ҡылыҡһырламаһы булып математик көтөү һәм дисперсия тора.
Осраҡлы дәүмәлдәрҙе ҡулланыу талап иткән объекттарҙың миҫалы булып квант механикаһы менән микроскопик объекттар тора. Осраҡлы дәүмәл менән ата-әсә организмынан тоҡомдарына нәҫел билдәләрен тапшырыу ваҡиғалары тасуирлана (Мендель законы). Осраҡлы ваҡиғаларға атомдар йәҙрәһенең радиоактив тарҡалыу ваҡиғалары инә..[1].
Математик анализдың һәм һандар теорияһының бер нисә мәсьәләһе бар. Бының өсөн уларҙың бирелештәрендә ҡатнашҡан функцияларҙы яраҡлы ихтималлыҡ арауыҡтарында билдәләнгән осраҡлы дәүмәлдәр булараҡ иҫәпләү маҡсатлы[3].