Мэрилин Монро
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мэрили́н Монро; Норма Джин Мортенсон (ингл. Marilyn Monroe, Norma Jeane Mortensоn; 1 июнь 1926 йыл — 5 август 1962 йыл) — Америка кино актёры, йырсы. Уның ҡатнашлығындағы егерме кинокартина прокатҡа 200 млн долларҙан ашыу килем килтерә[1]. Студия системаһы сиктәрендә Монро контракт буйынса «20th Century Fox» киностудияһы менән бәйле була, шуға күрә, 1950-се йылдарҙағы иң күренекле актрисаһы булыуына ҡарамаҫтан, бер үк ваҡытта Голливудта иң аҙ эш хаҡы алған актрисаларҙың береһе була[2].
Мэрилин Монро | |
Marilyn Monroe | |
| |
Тыуған көнө |
1 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
5 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (36 йәш) |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актриса , йырсы , модель |
Карьераһы |
1947—1962 |
IMDb | |
Мэрилин Монро Викимилектә | |
Киң билдәлелекте уға «Ниагара» (1953), «Джентльмендар блондинкаларҙы һайлай» (1953) һәм «Етенсе йыл ашҡыныуы» (1955) фильмындарындағы ролдәре алып килә. Тәнҡитселәрҙең Монро ижадына ҡараштары ҡапма-ҡаршылыҡлы була. Ахмағыраҡ, әммә иҫ киткес сибәр блондикаларҙы уйнаған актриса тамашасылар күңеленә хуш килә. «Джазда тик ҡыҙҙар» (1959) фильмындағы төп ролде башҡарған өсөн Монро «Алтын глобус» премияһына лайыҡ була, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле — комедия йәки мюзикл» номинацияһында[3]..
Аҙаҡҡы йылдарҙа актрисаның психологик торошо бик тотороҡһоҙ була. «20th Century Fox» студияһы өсөн «Ниҙер булырға тейеш» (1962) аҙаҡҡы фильмдыа төшөп өлгөрмәй[4]. 1962 йылдың 5 авгусында Мэрилин Монро үле килеш табыла, барбитураттар дозаһы арттырылыу арҡаһында вафат булған, вафатының рәсми версияһы — үҙ-үҙенә ҡул һалыу[5][6].