Метр
оҙонлоҡты һәм алыҫлыҡты үлсәү берәмеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Метр (русса тамғаланышы: м; халыҡ-ара тамғаланышы: m; бор. грек. μέτρον «мера, измеритель») һүҙенән — (СИ) Халыҡ-ара берәмектәр системаһында оҙонлоҡ үлсәү берәмеге, СИ системаһының ете төп берәмегенең береһе. Шулай уҡ оҙонлоҡ берәмеге булып тора һәм МКС, МКСА, МКСК, МКСГ, МСК, МКСЛ, МСС, МКГСС һәм МТС системаларында төп үлсәү берәмектәре иҫәбенә инә. Бынан тыш, бөтә телгә алынған системаларҙа метр — тирбәлеү ышҡылыуы коэффициенты, нурланыштың тулҡын оҙонлоғо, ирекле юл үтеү оҙонлоғо, оптик юл оҙонлоғо, фокус алыҫлығы, Комптон тулҡын оҙонлоғо, де Бройль тулҡыны оҙонлоғо һәм башҡа оҙонлоҡ үлсәнеше булған физик дәүмәлдәрҙең берәмеге[1].