Оҙонлоҡ
физик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Оҙонлоҡ — физик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы. Тар мәғәнәлә оҙонлоҡ төшөнсәһе аҫтында, вертикаль йүнәлештә үлсәнгән бейеклектән, шулай уҡ объекттың арҡырыһына (оҙонлоҡҡа тура мөйөш яһап) үлсәнгән киңлектән йәки ҡалынлыҡтан айырмалы, предметтың буй йүнәлештәге һыҙыҡлы үлсәмен аңлайҙар (ғәҙәттә был иң ҙур үлсәменең йүнәлеше), йәғни горизонталь үлсәнгән ике иң алыҫ нөктәһе араһындағы алыҫлыҡ.
Физикала «оҙонлоҡ» термины ғәҙәттә «алыҫлыҡтың» синонимы һәм йәки ингл. length (оҙонлоҡ) тип тамғалана.
Оҙонлоҡ үлсәменең символы — dim l = L. Башҡа арауыҡ дәүмәлдәре араһында оҙонлоҡ — бер үлсәмле дәүмәл, ә майҙан — ике үлсәмле, күләм — өс үлсәмле. Күпселек үлсәү системаһында оҙонлоҡ берәмеге — төп үлсәү берәмектәренең береһе, уның аша башҡа (сығарылма) берәмектәр билдәләнә. (СИ) халыҡ-ара берәмектәр системаһында оҙонлоҡ берәмеге итеп метр алынған.