Мале
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́ле (мальд. މާލެ) — Мальдив Республикаһының баш ҡалаһы, шулай уҡ архипелагта иң ҙур тораҡ пункт. Донъяла халыҡ тығыҙлығы иң юғары булған ҡалалар иҫәбенә керә[3]. Ҡаланың майҙаны 5,8 км² тәшкил итә. 2014 йылдың сентябрендә баҫылып сыҡҡан баһалау мәғлүмәттәренә ярашлы Маленың халыҡ һаны — 133 019 кеше[4].
Мале | |
мальд. މާލެ | |
Рәсми атамаһы | މާލެ |
---|---|
Этнохороним | Maléenne[1] һәм Maléen[1] |
Дәүләт | Мальдив Республикаһы[2] |
Административ үҙәге | Мальдив Республикаһы |
Административ-территориаль берәмек | Каафу[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Һинд океаны |
Геомәғлүмәттәр | Data:Maldives/Malé.map |
Халыҡ һаны | 133 019 кеше (2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2 метр |
Туғандаш ҡала | Коломбо, Гаосюн[d] һәм Джибути[d] |
Майҙан | 5,8 км² |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Malé[d] |
Мале Викимилектә |
Ҡала Каафу атоллы составына ингән Төньяҡ Мале атоллының көньяҡ яр буйында урынлашҡан[5]. Административ-территориаль бүленеш буйынса дүрт утрауҙа урынлашҡан: үҙәк утрауҙа, территорияһында аэропорт урынлашҡан утрау, һәм тағы ла ике утрауҙа. Ҡаланың сәйәси тормошо ҡала советы вәкәләтенә инә.
1153 йылда Мальдив утрауҙарында соштанлыҡ барлыҡҡа килгәндән бирле Мале территорияһында власть органдары, шул иҫәптән солтандың резиденцияһы урынлаша. IX—XII быуаттарҙа Маһал атамаһын йөрөтә, ул Mahal Dvipa, йәғни Maléldvip (солтан утрауы) һүҙбәйләнешен ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[6]. Урта быуаттар осоронда ҡала ҡәлғә стеналары менән уратып алына. Шулай уҡ Мале ҡалаһында төрлө төрҙә фортификацион ҡоролмалар (шул иҫәптән бастиондар) төҙөлә, улар илдә монархия ҡолатылғас президент Ибраһим Насир фарманы буйынса 1970-се йылдарҙа емертелә, әммә йәмиғ мәсетенә бер ниндәйҙә зыян килтерелмәй. Хәҙерге ваҡытта утрау яр буйҙарына грунт һалыу иҫәбенә ҡала майҙаны күпкә арта. Быуаттар дауамында Мале ҡалаһында дәүер әһәмиәтендәге ваҡиғалар һәм протест акциялары була.