Латыш теле
Латвияның дәүләт теле, латыштарҙың милли теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Латыш теле (латышса атамаһы — latviešu valoda) — бөгөнгә тиклем һаҡланған ике көнсығыш балтик теленең береһе (икенсеһе литва теле). Латыш теле — Латвияла берҙән-бер дәүләт теле, шулай уҡ Европа берләшмәһенең 24 рәсми теленең береһе. Латыш телендә миллион ярым самаһы кеше һөйләшә (күпселеге Латвияла йәшәй).
Латыш теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
latviešu valoda |
---|---|
Илдәр |
Латвия |
Рәсми статусы | |
Был телдә һөйләшеүселәр |
2 068 060[1] |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Әлифба |
латин алфавиты (латыш алфавиты) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
лаш 385 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 |
lav (Латышский), |
Был телдә Википедия | |
Өс диалектҡа бүленә: үрге латыш, урта латыш һәм ливон. Хәҙерге әҙәби латыш теленең нигеҙе итеп урта латыш диалекты алынған.
Тәүге яҙма ҡомартҡылар XVI быуатта барлыҡҡа килә. Латиницаға нигеҙләнгән хәҙерге латыш алфавиты 33 хәрефтән тора.
Баҫым беренсе ижеккә төшә. Һуҙынҡылар оҙонлоҡ буйынса айырыла, һәр оҙон һуҙынҡы өс тондың береһенә эйә. Морфологик төҙөлөшө буйынса латыш теле — флектив һәм синтетик тел. Синтаксисҡа һүҙҙәрҙең ирекле тәртибе хас, SVO тәртибе нигеҙ булып тора. Лексика башлыса үҙҙәренеке, үҙләштерелгән һүҙҙәр араһында славянизмдар һәм германизмдар өҫтөнлөк биләй.
Латыш телен туған теле итеп ҡулланыусылар һаны Латвияла 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы — 1 164 894 кеше[2], йәғни ил халҡының 56,3 проценты[3] һәм үҙ телен атағандар араһында 62,1 процент (ҡайһы берҙә айырым тел тип ҡаралған лантгаль диалектын да индереп); илдә йәшәгән рус теллеләрҙең күпселеге, шулай уҡ донъяның башҡа илдәрендәге аҙ һанлы эмигранттар һәм уларҙың тоҡомдары (АҠШ — 16 035[4], Ирландия, Англия, Канада, Бразилия, Рәсәй (2010 йылға — 22 079 һөйләшеүсе[5]), Белоруссия (2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 1549 этник латыштың 386-һы латыш телен туған теле тигән[6], ләкин туғыҙы ғына өйөндә ошо телдә һөйләшә[7]), Яңы Зеландия, Австралия, Германия һ. б.) латыш телен төрлө кимәлдә белә.