Күҙәнәк бүленеүе
Инә күҙәнәктән бала күҙәнәктәр барлыҡҡа килеү процесы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Күҙәнәк бүленеүе — инә күҙәнәктән бала күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереү процесы.
Күҙәнәк бүленеүе | |
Продукция | daughter cell[d] |
---|---|
Биологическая фаза | M phase[d] |
Күҙәнәк бүленеүе Викимилектә |
Үрсеү тереклек асылының иң мөһим һыҙаттарының береһен тәшкил итә. Бактерияларҙан алып һөтимәрҙәргә тиклем бөтә тере организмдар ҙа үрсеүгә һәләтле.
Хайуан һәм үҫемлектәрҙең һәр төрөнөң йәшәүе, ата-инә заттар менән йәш быуын араһындағы күсәгилешлелек тик үрсеү арҡаһында ғына һаҡланып килә.
Молекуляр кимәлдә был процестың нигеҙендә (шартлы рәүештә уны үрсеү тип атарға мөмкин) ДНК молекулаларының үҙенән-үҙе икеләтә артыуға һәләтлелеге ята. күренә.
Күҙәнәк кимәлендә бүленеү юлы менән үрсеүгә митохондриялар һәм хлоропластар кеүек органоидтар һәләтле.
Бер күҙәнәкле организмдар бүленеү юлы аша енси булмаған ысул менән үрсей. Шулай уҡ бүленеү юлы менән гаметалар барлыҡҡа килтереп енси юл менән үрсергә лә һәләтлеләр.
Күп күҙәнәкле организмдар күҙәнәктәре бүленеү һөҙөмтәһендә үҫә һәм үҫешә, енси булмаған һәм енси юл менән үрсей.
Шулай итеп, организмдарҙың үҫеү, үҫешеү, енси һәм енси булмаған үрсеүҙәре нигеҙендә күҙәнәктең бүленеүе ята.