Карачи
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кара́чи (урду کراچی, ингл. Karachi, синдхи ڪراچي) — Пакистандың көньяғындағы портлы ҡала, илдең һәм донъяның иң ҙүр ҡалаларының береһе, Синд провинцияһы башҡалаһы. Халҡы 12 млн-дан 18 млн-ға тиклем[5] һәм донъяла кеше һаны буйынса 4-се агломерация булып тора[6].
Карачи | |
урду کَراچی ингл. Karachi синдхи ڪراچي | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1729 |
---|---|
Рәсми атамаһы | کراچی һәм ڪراچي |
Этнохороним | Karachiite, Karaĉiano һәм Karachite[1] |
Рәсми тел | Урду теле |
Дәүләт | Пакистан[2] |
Административ үҙәге | Синд[d] |
Административ үҙәк | Гулшан[d] |
Административ-территориаль берәмек | Синд[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Karachi[d] |
Хөкүмәт башлығы | Murtaza Wahab[d] |
Закондар сығарыу органы | Karachi Metropolitan Corporation[d] |
Ойошма ағзаһы | Всемирная федерация туристических городов[d][3] |
Халыҡ һаны | 14 910 352 кеше (2017)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 8 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Кум[d], Мәшһәд, Чикаго, Дели, Джиддә, Дубай, Калькутта, Бәйрүт, Лондон, Мумбай, Порт-Луи, Шанхай, Ташкәнт, Истанбул, Дакка, Хьюстон[d], Манама, Приштина, Куала-Лумпур, Зонгулдак[d] һәм Измит |
Милке | CDGK Stadium[d] һәм Peoples Football Stadium[d] |
Майҙан | 3527 км² |
Почта индексы | 74000–75900 |
Рәсми сайт | kmc.gos.pk |
Һештег | Karachi |
Тема географияһы | geography of Karachi[d] |
Тема иҡтисады | economy of Karachi[d] |
Демография темы | Демография Карачи[d] |
Урындағы телефон коды | 021 |
Номер тамғаһы коды | KA һәм KC |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q86697522? |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Karachi[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Karachi[d] |
Карачи Викимилектә |
Был Пакистандың финанс, банк, мәнәғәт үҙәге. Бында илдең эре корпорациялары урынлашҡан; туҡыма етештереү, автомобиль төҙөү сәнәғәте, шулай уҡ күңел асыу, сәнғәт, мода, реклама сәнәғәте киң үҫеш алған.
Ҡала Көньяҡ Азияла һәм Ислам донъяһында юғары белем биреү үҙәге булып тора. [7].
1958 йылда баш ҡаланы Равалпинди ҡалаһына күсергәнгә тиклем Карачи бәйһеҙ Пакистандың беренсе баш ҡалаһы була. Карачи һәм Касим — Һинд океаныың иң ҙур һәм иң йәмле порттары.
Пакистан бәйһеҙлек алғандан һуң ҡла халҡы ҡырҡа арта. Һиндостандан, Көнсыҡыш Пакистандан һәм Көньяк Азияның башҡа ҡалаларынан йөҙҙәрсә мең урду телендә һөйләшеүсе мигранттар Карачиға күсеп килә.
Ҡала майҙаны 3 527 км², был Гонконг майҙанынан дүрт тапҡырға тиерлек ҙурыраҡ. Урындағы халыҡ Карачи ҡалаһын «Уттар ҡалаһы» (урду روشنیوں کا شہر), «Кәләштәр ҡалаһы» (урду عروس البلاد) һәм «Каид ҡалаһы» (урду شہر قائد) тип атай, сөнки бында Пакистанды нигеҙләүсе һәм ҡаланы баш ҡала тип иғлан итеүсе Мухаммад Али Джинна тыуған һәм уның мавзолейы бар. Пакистанда ул Каид-э-Азам (ингл. Qaid-e-Azam, «Бөйөк юлбашсы») ҡушаматы менән билдәле.