Инжи́р (лат. Fícus cárica ) — туттар ғаиләһе фикус ырыуына ҡараған япраҡ ҡойоусы субтропик үҫемлек. Кария фикусы инжирҙың тыуған төйәге — Кесе Азия провинцияһының боронғо Кария тау өлкәһе тигән урын исеме менән аталған. Урта Азияла, Кавказда , Сочиҙа , Карпат тауҙарында , Ҡырымда һәм хатта Рәсәйҙең урта һыҙатында (сорттарҙы дөрөҫ һайлағанда һәм тәрбиәләгәндә) асыҡ тупраҡта емеш биргән үҫемлек булараҡ үҫтерелә.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Инжир
Инжир япраҡтары һәм емештәре (Тунис) Фәнни классификация
Аҫҡы батшалыҡ : Йәшел үҫемлектәр
Халыҡ-ара фәнни исеме
Ficus carica L. , 1753
Синонимдар
список
Caprificus insectifera Gasp.
Caprificus leucocarpa Gasp.
Caprificus oblongata Gasp.
Caprificus pedunculata (Miq. ) Gasp.
Caprificus rugosa (Miq.) Gasp.
Caprificus sphaerocarpa Gasp.
Ficus albescens Miq.
Ficus burdigalensis Poit. & Turpin
Ficus caprificus Risso
Ficus colchica Grossh.
Ficus colombra Gasp.
Ficus communis Lam.
Ficus deliciosa Gasp.
Ficus dottata Gasp.
Ficus globosa Miq. nom. illeg.
Ficus hypoleuca Gasp.
Ficus hyrcana Grossh.
Ficus kopetdagensis Pachom.
Ficus latifolia Salisb.
Ficus leucocarpa Gasp.
Ficus macrocarpa Gasp.
Ficus neapolitana Miq.
Ficus pachycarpa Gasp.
Ficus pedunculata Miq.
Ficus polymorpha Gasp.
Ficus praecox Gasp.
Ficus regina Miq.
Ficus rugosa Miq.
Ficus silvestris Risso
Һаҡлау статусы
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 63527
Ябырға
Урта диңгеҙ буйындағы илдәрҙә, Кавказ аръяғында, Ҡырымдың Көньяҡ ярҙарында, Карпат тауҙарында , Краснодар крайының Ҡара диңгеҙ буйында, Урта Азияла, Иран таулығында киң таралған.
Инжир — иң боронғо культуралы үҫемлектәрҙең береһе һанала[1] [2] . Культурала инжир башта Ғәрәбстанда үҫтерелгән, унан Финикия , Сүриә һәм Мысыр үҙләштергән. Б. э. т. XIII быуатта Пилос батшалығының ауыл хужалығында мөһим роль уйнаған. Америкаға тик XVI быуат аҙағында ғына эләгә.