Дизентерия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дизентери́я — йоғошло ҡаты эс китеү ауырыуы[1]; үҙенә хас бактерия йоғоуҙан килгән инфекцион ауырыу, нигеҙҙә нәҙек һәм йыуан эсәктәр заралана[2]; дизентерия бактериялары ҡуҙғыта торған йоғошло ауырыу[3]; көслө йәки хроник антропоноз эсәк инфекцияһы. Төрлө йәштәге кешеләрҙе зарарлай. Эләгеү юлдары: йоғошланған ашамлыҡ, һыу, бысраҡ ҡулдар. Инфекция сығанағы — ауырыу йәки үҙендә бактериялар йөрөтөүсө кеше. Ауырыуҙың барышына ҡарап, көслө һәм хроник дизентерияны айырып йөрөтәләр. Дизентерия китереп сығарыусы микроорганизмдар ашҡаҙан-эсәк трактының буйынан-буйына һеңдерелә торған токсиндар эшләп сығара, улар, ҡанға эләгеп, дөйөм йоғошланыу-ағыуланыу синдромы, нейротоксикоз башланыуға, организмдан һыу һәм тоҙ юғалыуға этәргес була. Ауырыуҙың көслө форманан хроник формаға күсеүе лә ихтимал.