Джеймс Кук
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джеймс Кук (ингл. James Cook; 7 ноябрь 1728 йыл — 14 февраль 1779 йыл) — Бөйөк Британия географы. Донъя океандарын өйрәнеү өсөн 3 экспедицияла ҡатнашҡан. Экспедициялар ваҡытында күп географик асыштар яһаған. Канада, Австралия, Яңы Зеландияның көнсығыш яҡтарын, Ньюфаундленд, Төньяк Америка, Тымыҡ, Һинд һәм Атлантик океандарын гиҙгән, уларҙы өйрәнеп картаға төшөргән.
Джеймс Кук | |
James Cook | |
Тыуған көнө |
27 октябрь 1728({{padleft:1728|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
14 февраль 1779({{padleft:1779|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (50 йәш) |
Вафат булған урыны |
Гавай утрауҙары |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
диңгеҙ сәйәхәтсеһе |
Тормош иптәше | |
Автограф | |
Джеймс Кук Викимилектә | |
Кук үҙе барған территорияларҙа төп халыҡҡа ҡарата үҙенең дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуы менән билдәле була. Шул ваҡыттағы зәңге кеүек ҡурҡыныс һәм киң таралған ауырыуҙы уңышлы еңеп сығып, диңгеҙ сәйәхәтендә ул үҙенсәлекле революция яһай. Зәңгенән үлем осрағы уның диңгеҙҙә йөҙөү ваҡытында нулгә тиерлек ҡайтарып ҡалдырыла. Уның йөҙөп йөрөү ваҡытында Джозеф Банкс, Уильям Блай, Джордж Ванкувер, Иоганн Рейнгольд һәм Георг Форстер кеүек билдәле диңгеҙ сәйәхәтселәре һәм тикшеренеүселәренең тотош плеядаһы ҡатнаша.