Гобустан (ҡурсаулыҡ)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гобустан (әзерб. Qobustan), йәки Гобустан дәүләт тарихи-сәнғәти (бәдиғи) ҡурсаулығы (әзерб. Qobustan dövlət tarixi-bədii qoruğu) — Әзербайжандағы археология ҡурсаулығы; Баҡынан көньяҡтараҡ, Ҡарадағ һәм Апшерон райондары биләмәһендә, Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәге һәм Каспий диңгеҙе аралығында урынлашҡан. 537 гектар ерҙә ҡаялағы һүрәттәр пейзажы табылған.
Гобустан | |
---|---|
әзерб. Qobustan | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 3096 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1966 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Гобустан дәүләт тарихи-сәнғәти (бәдиғи) ҡурсаулығы |
Урынлашыуы | |
40°07′30″ с. ш. 49°22′30″ в. д.HGЯO | |
Регион административ бүленеше | Баку |
Гобустан Викимилектә |
Гобустан тарихи мираҫы ике төркөмгә бүленә: 1) ҡаялағы һүрәттәр һәм 2) боронғо кеше йәшәгән урындар һәм башҡа объекттар. Гобустан тауҙарында Беюкдаш, Кичикдаш, Джингирдаг, Шонгардаг һәм Шихгая тигән урындарҙа таш быуат һәм артабанғы дәүерҙәр кешеләре йәшәгәнлегенә шаһит нәмәләр — ҡаялағы һүрәттәр, йәшәгән урындары, ҡәбер ҡоролмалары һ.б. табылған. Бында шулай уҡ тарихҡа тиклемге кромлех ҡалдыҡтары ла бар, улар асыҡ күренеп тора. Һүрәттәр ҡаяташтарҙың өс урынында табылған; ошонда уҡ осраған кеше йәшәгән мәмерйәләр, торлаҡ урындары, ҡәберлектәр ҡасандыр өҫкө палеолит һәм урта быуаттар арауығында халыҡтың күпләп йәшәгәнлеген күрһәтә[1].
2007 йылда Гобустан ҡаялары һүрәттәренең культуралы ландшафы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.