Габсбургтар -Лотарингскийҙар нәҫеле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле ( нем.Habsburg-Lothringen) — ағзалары Франц I һәм Мария Терезия вариҫтары булған Европаның император династияһы. Изге Рим империяһы тәхетен 1765 йылдан алып 1806 йылға тиклем, Австрия тәхетен 1780 йылдан алып 1918 йылға тиклем, шулай уҡ Мексика тәхетен дә 1864 йылдан алып 1867 йылға тиклем биләнеләр. Һуңыраҡ Австрия Европаның иң ҡеүәтле дәүләттәренең береһе булған Австро - Венгрияға әүерелә. Габсбургтарҙың береһе 1914 йылда Сараевола үлтерелә, ошо үлтерелеү арҡаһында Беренсе донъя һуғышы башлана. Габсбургтар 1918 йылғы революциянан һуң ерҙәрен һәм титулдарын юғалта, әммә был нәҫелдең Австрияла йәшәмәгән күп кенә вәкилдәре эрцгерцог титулын хәҙерге көнгә тиклем ҡулланалар.
Ҡыҫҡа факттар Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле, Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле на Викимилектә ...
Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле | |||
---|---|---|---|
Нәҫел башы: | Габсбургтар һәм Лотарингскийҙар нәҫеле | ||
Титулдар: |
| ||
Нигеҙләүсе: | Франц I Стефан һәм Мария-Терезия | ||
Һуңға хаким: | Карл I | ||
Нигеҙләнгән йыл: | 1736 йыл | ||
Төшөрөү: | 1918 йыл | ||
Милләте: | австриялы | ||
Кесе тармаҡтар: |
| ||
нәҫеле Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле Родовод сайтында |
Ябырға