Эрцгерцог
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эрцгерцог (нем. Erzherzog (ҡыҫҡ. Ehzg), тулы исеме — Erzherzog zu Österreich, Archidux Austriae (ҡыҫҡ. A. A.). элекке урыҫ тәржемәһе — архигерцог) — Габсбургтарҙың австриялы монарх нәҫеле вәкилдәре файҙаланған титул. Германияның титулдар иерархияһында Урта быуат һәм яңы замана дәүерендә эрцгерцог титулы герцог титулынан юғары була, әммә курфюст һәм король титулынан түбәнерәк дәрәжәлә тора. Был титул бөйөк герцог (нем. Großherzog) титулына яҡыныраҡ, әммә Германияла XIX башына тиклем ҡулланмаған.