Вольфганг Амадей Моцарт
Австрия композиторы, скрипкасы, пианист / From Wikipedia, the free encyclopedia
Во́льфганг Амадéй Мо́царт (нем. Wolfgang Amadeus Mozart, МФА [ˈvɔlfɡaŋ amaˈdeus ˈmoːtsaʁt] (i); тулы исеме — Иога́нн Хризосто́м Во́льфганг Амадéй Мо́царт; 27 ғинуар 1756 йыл, Зальцбург — 5 декабрь 1791 йыл, Вена) — Австрия композиторы һәм музыкант-виртуозы. Иң популяр классик композитор булараҡ, Моцарт бөтә донъя музыка мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһаған. Замандаштарының әйтеүе буйынса, Моцарт феноменаль музыкаль ишетеү һәләтле, иҫ китәрлек хәтерле һәм музыка уйлап сығарып уйнарға оҫта булған.
Вольфганг Амадей Моцарт нем. Wolfgang Amadeus Mozart | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме | |
Тулы исеме |
Иоганн Хризостом Вольфганг Амадей Моцарт |
Тыуған |
27 ғинуар 1756({{padleft:1756|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) |
Тыуған урыны |
Зальцбург, Зальцбург архиепископлығы, Изге Рим империяһы |
Үлгән |
5 декабрь 1791({{padleft:1791|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (35 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор}, органист, пианист |
Әүҙем йылдары | |
Инструменттар |
орган, клавир, скрипка, альт |
Жанрҙар |
симфоник музыка, опера, камералы музыка |
Наградалар | |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Моцарт, башҡа композиторҙарҙан айырмалы рәүештә, барлыҡ музыкаль формаларҙа ла ижад иткән һәм барыһында ла ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уның яҙған әҫәрҙәре симфоник, концерт, камера, опера һәм хор музыкаһы өлкәләрендә иң ҙур хазина булып һанала. Гайдн һәм Бетховен менән бер рәттән Вена классик мәктәбенең иң шәп вәкилдәренең береһе булған[2]. Моцарттың биографияһы (бигерәк тә уның ваҡытһыҙ үлеме) төрлө уйлап сығарылған бәхәсле мифтарға бай.