Вильнюс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ви́льнюс (лит. Vilnius, 1918 йылға тиклем — Ви́льна[2], 1919—1939 йылдарҙа — Ви́льно[3][4], пол. Wilno) — Литваның баш ҡалаһы. Вильнюс ҡала үҙидараһы муниципаль берәмеген тәшкил итә.
Ҡала | |||||
Вильнюс Vilnius | |||||
| |||||
Ил |
ЛитваЛитва | ||||
---|---|---|---|---|---|
Самоуправление |
Вильнюс ҡала үҙидараһы | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Ремигиюс Шимашюс | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1323 | ||||
Элекке исеме |
Вильна | ||||
Майҙаны | |||||
Высота над уровнем моря |
112 м | ||||
Халҡы | |||||
Этнохороним |
вильнюстар (урыҫса вильнюсец, вильнюсцы) | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 | ||||
Телефон коды |
+370 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
vilnius.lt | ||||
imagemap_invalid_coord Вильнюс |
Ҡалала 539 939 кеше (2014 йыл) йәшәй, был ил халҡының 18 процентын тәшкил итә; ҙурлығы буйынса Риганан һуң Балтик буйы илдәрендәге икенсе ҡала. 2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йәшәүселәрҙең 63,2 % литовтар, 16,5 % поляктар, 12 % урыҫтар.
Литваның көньяҡ-көнсығышында, Вильня йылғаһының Вилияға ҡойған ерендә, Белоруссия менән сиктән йыраҡ түгел урынлашҡан. Фараздар буйынса, ҡала исеме йылға атамаһынан алынған. Илдең төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала Литваның эске тулайым продуктының өстән берен, ә бөтә Вильнюс өйәҙе — 38 процентын етештерә[5].