Викингтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Викингтар (дан. vikinger, швед. vikingar, норв. vikingene) — VIII—XI быуаттарҙа Винландта Биармияға һәм Каспийҙан Төньяҡ Африкаға тиклем диңгеҙ походтарын башҡарған иртә урта быуат скандинав[1] диңгеҙ сәйәхәтселәре була. Башлыса улар хәҙерге ваҡыттағы Швеция, Дания һәм Норвегия территорияларында көн итеүсе ырыу — ҡәбиләләр ҡоролошо тарҡатылған осоро ҡәбиләләре була. Уларҙы аслыҡ һәм халыҡтың артыҡ күплеге тыуған илдәренән сығып китергә мәжбүр итә. Дин яғынан викингтар күпселек өлөштә мәжүсиләр булалар.
Көнбайышҡа табан йүнәлеш алған швед, норвегиялы һәм даниялы викингтары латин сығанаҡтарына ярашлы нормандар (лат. Normanni) исеме аҫтында билдәле. Көнсығыш Европалағы (Балтия һәм Русь ерҙәрендә) викингтарҙың теүәл генә этник составы билдәле түгел, әммә европалы тарихсылар улар шведтар булыу ихтималлығын һыҙыҡ аҫтына алалар. Киев Русе боронғо яҙмаларына ярашлы улар варягтар булараҡ билдәле.
Скандинавия халыҡтарының яҙма мәҙәниәте христианлыҡ ингәндән һуң ғына формалаша. Христиан динен викингтар бик һуң, уларҙың дәүерҙәре ахырында ғына, ҡабул итәләр, шуға күрә уларҙың тарихының күпселек өлөшө тураһында яҙма сығанаҡтары юҡ[2]
Ҡағиҙә булараҡ, скандинав хроникаларында «викинг» термины бөгөнгө көндәге төшөнсә булараҡ ҡулланмаған һәм Ватанынан ситкә сығып китергә мәжбүр булған ерһеҙ бондтар (аҡ һөйәктәр рәте иҫәбенә инмәгән азат кешеләр) социаль күренеште һүрәтләгән, булһа кәрәк.